

Ҡаҙағстанда "Тастамашы, ана!" (Айгиз Баймөхәмәтовтың "Ҡалдырма, әсәй!" әҫәре буйынса) тулы метражлы нәфис фильмы төшөрөлә. Режиссеры - Рабиға Абилпатта, сценарий авторы - Бекзат Мырзахмет, продюсерҙары - Жадыра Скабыл менән Дархан Балажанов. Фильм Алама-Ата ҡалаһы янындағы Текели ҡасабаһында төшөрөлә.
Айгиз Баймөхәмәтовҡа 2024 йылда "Ҡаҙағстандың почетлы яҙыусыһы" тигән исем бирелде - "Ҡалдырма, әсәй" китабы ун тапҡыр ҡаҙаҡ телендә ҡайтанан баҫтырылды, шулай уҡ башҡа әҫәрҙәре лә ҙур популярлыҡ яуланы. Ҡаҙаҡ телендәге китаптарының дөйөм тиражы 100 меңдән ашты. Ә "Ҡалдырма, әсәй" повесы буйынса Ҡаҙағстандың биш дәүләт театрында спектаклдәр ҡуйылды.