

Салауат районының Сулпан ауылында тыуып үҫкән һалдат (позывнойы “Чёрный”) МХО-ға 2022 йылдың сентябрендә мобилизациялана. Ул илебеҙҙе һәм уның мәнфәғәттәрен яҡлауҙағы шәхси батырлығы, ҡаһарманлығы, тәүәккәллеге өсөн иң абруйлы хәрби наградаларҙың береһе – IV дәрәжәле Изге Георгий ордены менән наградланған.
Ул үҙе белем алған Янғантау урта мәктәбенең уҡыу кластарына яңы евротәҙрәләр ҡуйыуҙа ла ярҙам күрһәтеп, тыуған ер, киләсәк быуын яҙмышына ла битараф түгеллеген иҫбатланы.
-Үҙебеҙҙең сығарылыш уҡыусыбыҙ менән ғорурланабыҙ, уға балаларға уңайлы булһын өсөн ошондай мөһим өлөш индергәне өсөн рәхмәт белдерәбеҙ! – ти мәктәп коллективы.