Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Ғинуар , 11:00

Ҡариҙел районында - геройҙар аллеяһы

Иҫтәлекле объект "Айыҡ ауыл" конкурсының район этабында еңеү яулаған һәм республика кимәлендә лайыҡлы сығыш яһаған Абыҙ ауылы халҡының әүҙем позицияһы ярҙамында барлыҡҡа килде. Еңеү өсөн бирелгән аҡсаны улар бөтәһе өсөн мөһим булға проектты тормошҡа ашырыуға йүнәлтә.  

Ҡариҙел районында - геройҙар аллеяһы
Ҡариҙел районында - геройҙар аллеяһы

Яңы йыл байрамы алдынан Ҡариҙел районының Абыҙ ауылында Геройҙар аллеяһы асылды. Был изге һәм әһәмиәтле ваҡиға берҙәмлек, илһөйәрлек символына әүерелә.
Тантаналы сарала район хакимиәте башлығы Айҙар Шәйҙуллин, уның урынбаҫары Рәмил Вәлинуров, Ҡариҙел ауыл советы башлығы Руслан Ильясов, "Ватанды Һаҡлаусылар" филиалы етәксеһе Ришат Ғәлинуров, йәмәғәтселек, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыл һәм уларҙың туғандары, ауыл халҡы ҡатнашты.

Аллеяла туғыҙ пилон ҡуйылған, унда геройҙарҙың фотоһүрәттәре һәм ҡыҫҡаса биографиялары урынлаштырылған. Уларҙың исемдәре ил һәм тыуған яҡ тарихына мәңгелеккә яҙылған: Илдар Шәһәбетдинов, Әғдәм Рамазанов, Дамир Солтанов, Владимир Рачев, Ринат Исламов, Борис Низаметдинов һәм Роман Сәйетгәрәев. Шулай уҡ Социалистик Хеҙмәт Геройы Василий Дульцев һәм Рәсәй Геройы, атҡаҙанған хәрби осоусы, Ҡариҙел районының почетлы гражданы Владимир Алимов лайыҡлы урын биләй.

 

 

Автор: Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас