Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Января , 16:00

Йылҡы йылына инәбеҙ

Йылҡы йылына инәбеҙ – Ат йылы ти ҡайһылар - Матур килеп, матур үтһен, Башҡа ниндәй ҡайғы бар?

Йылҡы йылына инәбеҙЙылҡы йылына инәбеҙ
Йылҡы йылына инәбеҙ

... Был тормошта һәр кемебеҙ
Үҙенсә бер ат инде,
Кемдер тик һолола тора,
Кем бесәнгә шат инде.

Кемдер - бәйгенән бәйгегә,
Дан-шөһрәт уға юлдаш,
Кемелер – өйөр айғыры,
Үҙе түш тә үҙе баш.

Сабыр ғына ғүмер буйы
Йөк һөйрәүсе – эш аты,
Ижадсының иңдәрендә
Аҡбуҙаттың ҡанаты.

Аслы-туҡлы хужаһына
Хеҙмәт итә алаша,
Алашаһын йәш толпарға
Бары иҫәр алмаша!

...Һәр беребеҙ был тормошта
Ат инде. Башта – йүгән.
Ауыҙлыҡты сәйнәй-сәйнәй,
Һөйрәйбеҙ донъя йөгөн.

Теләгем шул: һөйрәгән йөк
Ҡыш көнө булһын сана,
Ҡара ерҙә арба һөйрәп
Үтергә етһен сама.

Бер туҡтауһыҙ дилбегәне
Ҡайырмаһасы яҙмыш,
Һыҙырмаһын сыбыртҡылап
Арҡа тиреһен ҡайыш.

Хәрәкәттә - бәрәкәт, ти,
Булайыҡ хәрәкәттә,
Тибенергә иренмәһәк,
Йәшәрбеҙ бәрәкәттә.

Һимертергә ҡуймаһындар
Туҡтатып хаҡлы ялға,
Ел уйнаһын ял-ҡойроҡта,
Теребеҙ?! Тимәк, алға!

Алға! Еңеү елдәренә
Елберләһен ялыбыҙ!
Бирешмәйек! Ни тиһәң дә,
Был бит беҙҙең йылыбыҙ!

Фирүзә АБДУЛЛИНА

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас