Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Января , 06:55

Яңы йылдан яңы тормош башлайым...

Үҙебеҙгә шулай тип вәғәҙә бирәбеҙ. Һәм... оҙайлы ялдар бөтөүгә йәнә шул былтырғы "рутин" йәшәйеш ҡалыбына кире төшәбеҙ. Һәр хәлдә күптәр шулайта.

Яңы йылдан яңы тормош башлайым...Яңы йылдан яңы тормош башлайым...
Яңы йылдан яңы тормош башлайым...

Әйткәндәй, Яңы йылды ҡаршылағанда һәр кем хатта көр кәйефтә була, бер ҡасан да бөтмәҫлек дәрт-дарман тоя, дуҫтары-туғандары менән йышыраҡ осрашырға килешә... Тик өс-дүрт көн үтеүгә ял итеп хәлдән тая, һүлпәнләнә, апатияға бирелә, йоҡо тәртибе боҙола, ашҡаҙаны ауырта, әл-ҡәһел эскәндәрҙең башы тубаллана, тағы әллә нәмәләр. Өҫтәүенә, декабрҙең һуңғы көндәрендә алған аҡсалары ла шаҡтай кәмей төшкән кеүек. Стресс хәлендә ҡала кеше. Ҡояш та күренмәй, исмаһам (бәғзеләр һалҡынса ысын ҡышҡа ҡыуана шулай ҙа).(((Нишләргә?
Белгестәр өйрәтә:
Иң тәүҙә йоҡоно көйләргә
Хәрәкәттә – бәрәкәт икәнен иҫкә төшөрөргә
Ябай ризыҡ әҙерләп ашарға
Саф һауаға сығырға
Моғайын, ошолар ярҙам итер. Итәсәк! Һеҙ бит яңы йылдан яңы тормош башларға уйлайһығыҙ. Һеҙҙең эште кем эшләһен?!

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас