Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Ғинуар , 14:30

Өйҙә ятып арып китһәгеҙ...

Кемдәр Өфөлә? Баш ҡалабыҙҙа бик матур һәм мауыҡтырғыс саралар үтә.

Өйҙә ятып арып китһәгеҙ...
Өйҙә ятып арып китһәгеҙ...

Иртәгә, йәғни 4 ғинуарҙа Башҡорт (скандинав) йөрөшө була. Иртәнге сәғәт 11-ҙә башлана. "Өфө мунсағы" маршруты буйынса үтә, Беренсе Май паркына килегеҙ.
Сәғәт 12-лә Спорт һарайы алдында, Балалар филармонияһында тамашалар була.
Шулай уҡ Ҡыш Бабай резиденцияһында (Октябрь проспекты, 81Б) матур сара күҙалланған. Сәғәт 12-нән киске 8-гә тиклем эшләй.
Һупайлылар "Ҡашҡаҙан" күле буйына килһен.
Дим биҫтәһендәге паркта көндөҙгө сәғәт 4-тә Ғаилә уйындары башлана.
5 ғинуарҙа ла Ҡыш Бабай резиденцияһы эшләй.
"Олимпик-парк"та карнавал сәғәт иртәнге 10-да уҡ башлана.
Балалар филармонияһында 12-нән төшкө 1-гәсә байрам сараһы.
Кисен сәғәт 7-лә Дим паркында – милли дискотека.
6 ғинуарҙа "Моторостроитель" мәҙәниәт һарайында "Дорога добра" тамашаһы иртәнге сәғәт 10-дан көндөҙгө 4-кә тиклем бара.
Ҡыш Бабай резиденцияһы эшләй (төшкө сәғәт 12-лә - акция, 2-нән киске 8-гә тиклем  - күңелле осрашыуҙар).
"Раштыуа саңғыһы" сәғәт киске 5-тә "Баланово" паркында ойошторола.

Сығанаҡ: Управление по культуре и искусству г. Уфы

Фото: асыҡ сығанаҡтан.

Автор: Алһыу Ишемғолова
Читайте нас