Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Ғинуар , 11:45

Өс көндә - 45 янғын

Башҡортостанда байрам көндәрендә ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү маҡсатында айырым янғын хәүефһеҙлеге тәртибе иғлан ителгәйне. Үкенескә күрә, ут сығыу осраҡтары хафаландыра.

Өс көндә - 45 янғынӨс көндә - 45 янғын
Өс көндә - 45 янғын
БР Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Ирек Сәғитов үткәргән кәңәшмәгә ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса комиссия ағзалары йыйылды. Унда хәбәр итеүҙәренсә, яңы башланған 2026 йылда 45 янғын сыҡҡан, ике һәләк булыусы бар.
Әле өс көн дә тамамланмай. Бик ҡурҡыныс күрһәткес был. Уттан һаҡ булығыҙ, тип тағы ла бер тапҡыр иҫкәртәбеҙ.
Фото: Кирилл Первов / ТГ-канал

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас