Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Ғинуар , 10:05

Рөстәм Нәбиевтың ғаиләһенә бәлә килгән

Ул иң яҡын кешеһен юғалта яҙған.

Рөстәм Нәбиевтың ғаиләһенә бәлә килгән
Рөстәм Нәбиевтың ғаиләһенә бәлә килгән

Билдәле булыуынса, блогер Саҡмағошҡа тыуған йортона ҡайтҡан, уның атаһының ҡатыны Алина уларҙы гел яҡты йөҙ менән ҡаршы алған. Был юлы улай булмаған.
"Беҙ Саҡмағошҡа ҡайттыҡ һәм тәүге тапҡыр Алина ҡаршы алманы. Элек ул беҙҙе бәлеш, аш, тәм-том бешереп ҡаршы ала ине. Ә әле ул юҡ..." - ти блогер.
Рөстәм һеңлеһе менән роллы, суши, пицца менән өҫтәл ултыртыуын күрһәтә.
Шунан яҡын кешеһенең сирләп китеүен әйтә.
"Алина дауаханаға эләкте. Беҙ уны юғалта яҙҙыҡ. Уның приступ булды, ниндәй икәнен әйтеп тормайым. Әле уның менән барыһы ла яҡшы. Уны реанимация бүлегенән, дөйөм палатаға күсерҙеләр", - ти Рөстәм.

Автор: Гөлнара Солтанова
Читайте нас