Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Ғинуар , 21:30

Һүҙ – елдәй елеп килгән Йылҡы йылы хужаларына

Әлфирә ҒӘЛЛӘМОВА, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры актеры: – Атайым бик иртә беҙҙең аранан китте. Шуғалыр, бөтөн яҡты, матур хәтирәләр уның иҫән сағына барып тоташа. Яңы йыл байрамы ла уның менән бәйле. Ул Бөрйән районы хакимиәтендә эшләне, йыл һайын өйгә шыршы алып ҡайта ине. Береһендә шулай беҙҙе, өс балаһын эйәртеп, эшендә ойошторолған байрамға алып китте. Тик һуңлағанбыҙ, балалар таралышҡан. Ҡыш бабай, Ҡарһылыу булған апай менән ағай ҡабат тиҙ генә кейенеп, беҙҙән шиғыр һөйләтеп, күстәнәстәр бирҙе. Шул тиклем кешелекле, ихлас күңелле булғандар инде. Өйҙә әллә ниндәй ҙур табын йыйыу булманы...  

Һүҙ – елдәй елеп килгән Йылҡы йылы хужаларына
Һүҙ – елдәй елеп килгән Йылҡы йылы хужаларына

Әлфирә ҒӘЛЛӘМОВА, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры актеры:

– Атайым бик иртә беҙҙең аранан китте. Шуғалыр, бөтөн яҡты, матур хәтирәләр уның иҫән сағына барып тоташа. Яңы йыл байрамы ла уның менән бәйле. Ул Бөрйән районы хакимиәтендә эшләне, йыл һайын өйгә шыршы алып ҡайта ине. Береһендә шулай беҙҙе, өс балаһын эйәртеп, эшендә ойошторолған байрамға алып китте. Тик һуңлағанбыҙ, балалар таралышҡан. Ҡыш бабай, Ҡарһылыу булған апай менән ағай ҡабат тиҙ генә кейенеп, беҙҙән шиғыр һөйләтеп, күстәнәстәр бирҙе. Шул тиклем кешелекле, ихлас күңелле булғандар инде. Өйҙә әллә ниндәй ҙур табын йыйыу булманы, күмәкләшеп ултырып билмән яһай инек, байрам көнө шуны бешерәбеҙ. Шау-шыу, ығы-зығы булманы. Шуғалыр, хәҙер ҙә байрамды артыҡ мәшәҡәтһеҙ, ҙурҙан ҡупмай ғына үткәреп ебәрәм. Икенсенән, көн һайын балалар өсөн 2 – 3 әкиәт уйнай-уйнай арытып китә, етмәһә Яңы йыл марафоны ғинуарҙа ла дауам итә. Элек-электән сират торорға яратманым, ә байрам алдынан бөтә кеше магазинға ағыла. Яратҡан ризығым – тултырылған балыҡ, тағы ла бер еңел салат әҙерләйем. Тиҙ ҙә, мәшәҡәтһеҙ ҙә.

2025 йыл ижади йәһәттән бик уңышлы булды. Түбәнге Кама театры ойошторған Туфан Миңнуллинға арналған фестивалдә “Әлдермештән Әлмәндәр” спектакле менән ҡатнаштыҡ. Бер ыңғайҙан Яр Саллы, Минзәлә ҡалаларында сығыш яһаныҡ. “Беҙҙең байлыҡ” спектакле менән Себер тарафтарына гастролдәргә барҙыҡ. Тамашасылар бик ихлас, матур ҡабул итте. Уның араһында “Алты ҡыҙға бер кейәү” комедияһын сығарҙыҡ, мин унда Гөлсирә ролен уйнаным. Артист өсөн иң мөһиме – ижад итеү мөмкинлеге. Үҙ йылыма ла ҙур өмөттәр бағалайым. Иң мөһиме илебеҙгә тыныслыҡ килһен һәм рәхәтләнеп ижад итер һаулыҡ булһын, тип теләйем.

 

 

Автор: Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас