Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Января , 13:30

Һүҙ – елдәй елеп килгән Йылҡы йылы хужаларына

Зөлфирә ҠАҘАҠБАЕВА, яҙыусы, журналист, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы: – Инде был донъяла байтаҡ ҡына йәшәгән кеше булһам да, һаман да Яңы йыл тылсымына, мөғжизәһенә ышанам! Иң көтөп алған, яратҡан байрамым ул! Әлбиттә, Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуҙың ысын түгел икәнлеген беләм, әммә күңелдә ниндәйҙер яҡтылыҡҡа, өмөткә, тылсымға ышаныу бар...  

Добавить в предпочтительные источники Google
Һүҙ – елдәй елеп килгән Йылҡы йылы хужаларынаҺүҙ – елдәй елеп килгән Йылҡы йылы хужаларына
Һүҙ – елдәй елеп килгән Йылҡы йылы хужаларына

Зөлфирә ҠАҘАҠБАЕВА, яҙыусы, журналист, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы:

– Инде был донъяла байтаҡ ҡына йәшәгән кеше булһам да, һаман да Яңы йыл тылсымына, мөғжизәһенә ышанам! Иң көтөп алған, яратҡан байрамым ул! Әлбиттә, Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуҙың ысын түгел икәнлеген беләм, әммә күңелдә ниндәйҙер яҡтылыҡҡа, өмөткә, тылсымға ышаныу бар...

Иң иҫтә ҡалған Яңы йыл – ул 1990 йылды оҙатып, 91-ҙе ҡаршы алыу. Сөнки декабрь аҙағына тиклем ҡар яуманы, ҡара һыуыҡ булды. Һәм ниһәйәт, 30 декабрҙә шул хәтлем күп итеп, эре-эре ябалаҡлап ҡар яуып һалды! Был үҙе бер мөғжизә кеүек ине! Кейәүгә сығып, тәүге балама ауырлы ваҡытым. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, таңға тиклем ауыл мәҙәниәт йортонда күңел астыҡ. Бейенек, йырланыҡ, шыршы тирәләй әйлән-бәйлән өйөрөлдөк. Элек кешеләр дәртле булды, өйҙәрендә сәғәт 12-лә Яңы йылды шампан шарабын аттырып, ҡаршы алалар ҙа, киренән клубҡа йыйылалар ине. Шунан таңға тиклем бейейбеҙ! Ә хәҙер 5 – 6 кеше бейей, башҡалар ултырғыс һаҡлап, ҡарап ултыра...

2025 йылдың ижади эшмәкәрлеккә ҡағылышлы иң иҫтә ҡалған ваҡиғалары тип мин, иң беренсе нәүбәттә, Өфөлә үткән Китап байрамын атар инем. Күп сараларҙы ҡараным, Яҙыусылар Союзы бинаһының ремонттан һуң  асылыу тантанаһында булдым, китаптарҙың презентацияһында ҡатнаштым, бик күп ижадташтарым менән осраштым. Ысын мәғәнәһендә күңел байрамы булды ул! Шулай уҡ йыл буйына китап һөйөүселәр менән осрашыуҙар йыш булып торҙо. Уларҙы ойошторған Баймаҡ һәм Йылайыр китапханаһы хеҙмәткәрҙәренә, үҙем уҡып сыҡҡан Баймаҡ лицей-интернаты етәкселегенә рәхмәтлемен. Йыл аҙағында ғына “Инеш” нәшриәтендә “Бәхет өсөн ергә килгәнмен” исемле шиғырҙар йыйынтығым донъя күрҙе. Әле ул “Китап” магазинында һатыуға сыҡты. Ижад емешеңдең донъя күреүе – ул үҙе бер шатлыҡ! Ә шәхси тормошта икеләтә байрам яһап, 8 март көнө ейәнсәрем тыуыуы ҙур бәхет булды! Әлеге көндә мин ике ейәнемде, ике ейәнсәремде өҙөлөп яратҡан өләсәймен!

“Һуҡырҙың теләгәне ике күҙ” тигән кеүек, бөгөн беҙҙең бөтәбеҙҙә лә бер теләк – һуғыш туҡтаһын! Илебеҙгә тыныслыҡ килһен! Шәхси тормошоңда, өйөңдә нисек кенә һөйбәт булмаһын, илебеҙ ут аҫтында ваҡытта, меңәрләгән ир-егеттәребеҙ ҡанҡойошта саҡта, балалар атайһыҙ, ҡатындар тол, әсәйҙәр улдарын юғалтҡанда – беҙ барыбер бәхетле була алмайбыҙ! Шатланғанда ла, нисектер күңелде ғәйеп тойғоһо кимереп тора, тулыһынса бәхетле йәшәү мөмкин түгел.  Яңы 2026 йылда барыбыҙ ҙа түҙемһеҙләнеп көткән, доғалар уҡып һораған тыныслыҡ таңы атһын! Ир-егеттәребеҙ үҙ аяҡтарында, үҙ аҡылдарында тыуған ерҙәренә ҡайтһын! Тыныслыҡ килһә – барыһы ла буласаҡ. Шуға күрә ошонан да артыҡ теләк теләп тороу ҙа кәрәкмәй...

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова