Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Января , 07:30

Һүҙ – елдәй елеп килгән Йылҡы йылы хужаларына

Гөлназ ИСЛАМҒОЛОВА, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, “Сулпан” балалар театры актеры: – ...Магнитофонды тегеләй-былай һелкетеп, ҡаҡҡылып-һуҡҡылай торғансы ваҡыт үтте, Яңы йыл яҡынлаша. Мин тиҙ генә музыкаль үҙәге булған ике туған ҡустыма шылтыратып: “Хәҙер беҙ һеҙгә барып байрам ҡаршылайбыҙ!” – тинем. Һәр кем өҫтәлдәге ризыҡтарҙы эләктереп, урам буйлап ауылдың икенсе осона саптыҡ. Саба торғас әллә аяҡ тайҙы, әллә нимәгәлер эләктемме – көрткә барып сумдым, ҡулымдағы оло батмус билмәндәр тирә-яҡҡа һибелде. Әле булһа иҫкә төшһә көлөп алабыҙ: ҡар араһынан ҡараңғыла ҡыҙҙар менән билмәндәрҙе сүпләп маташабыҙ...  

Добавить в предпочтительные источники Google
Һүҙ – елдәй елеп килгән Йылҡы йылы хужаларынаҺүҙ – елдәй елеп килгән Йылҡы йылы хужаларына
Һүҙ – елдәй елеп килгән Йылҡы йылы хужаларына

Гөлназ ИСЛАМҒОЛОВА, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, “Сулпан” балалар театры актеры:

– 11-се класта уҡығанда Яңы йылды ҡыҙҙар менән бергәләшеп ҡаршы алырға булдыҡ. Йыйылышып билмән эшләйбеҙ, бәлеш бешерәбеҙ, салатҡа ваҡ-төйәк турайбыҙ. Шулай күңелле генә әҙерлек эштәре менән йөрөгәндә магнитофон боҙолдо бит! Ә байрамды нисек бейеүһеҙ, музыкаһыҙ ҡаршы алаһың инде?! Етмәһә “Доктор Албан” йырҙарының иң-иң популяр ваҡыты – бер ҡыҙ ҡаланан касетаһын алып ҡайтҡан. Магнитофонды тегеләй-былай һелкетеп, ҡаҡҡылып-һуҡҡылай торғансы ваҡыт үтте, Яңы йыл яҡынлаша. Мин тиҙ генә музыкаль үҙәге булған ике туған ҡустыма шылтыратып: “Хәҙер беҙ һеҙгә барып байрам ҡаршылайбыҙ!” – тинем. Һәр кем өҫтәлдәге ризыҡтарҙы эләктереп, урам буйлап ауылдың икенсе осона саптыҡ. Саба торғас әллә аяҡ тайҙы, әллә нимәгәлер эләктемме – көрткә барып сумдым, ҡулымдағы оло батмус билмәндәр тирә-яҡҡа һибелде. Әле булһа иҫкә төшһә көлөп алабыҙ: ҡар араһынан ҡараңғыла ҡыҙҙар менән билмәндәрҙе сүпләп маташабыҙ. Аһ та бох килеп ҡустымдарға барып ингәндә, куранттар һуғырға 15 минут ҡына ваҡыт ҡалған ине. Ә бына билмәндәр ашырлыҡ булдымы ул, әллә юҡмы – бер кем дә хәтерләмәй. Күрәһең, ашауҙан бигерәк “Доктор Албан” йырҙары мөһимерәк булғандыр...

Үҙ йылыма аҡ өмөттәр, хыялдар менән аяҡ баҫтым. Аллаһҡа шөкөр, яратҡан эшем бар – “Сулпан” театрына килеүемә 25 йыл була. Айтуған улым да ҡыуандырып ҡына тора – быйыл уҡыуын тамамлап, ҡулына диплом аласаҡ. Эш һәм ғаилә бәхете булып, сәләмәтлектә ғүмер итеү үҙе бер мәртәбә, бөтөнлөк. Ә бәхетебеҙҙең бөтөнлөгө өсөн беҙгә бер генә нәмә кәрәк – ил тыныслығы. Шуға ла Йылҡы йылы илебеҙгә тыныслыҡ килтерһен, тип теләк теләйем. Яуҙағылар еңеү менән иҫән-имен ғаиләләренә әйләнеп ҡайтһындар!

Барлыҡ дуҫтарыма, туғандарыма, хеҙмәттәштәремә һәм театр яратыусыларға ҡайнар сәләмдәр һәм изге теләктәремде юллайым! Мин һеҙҙе яратам!

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова