Нурания ХӘЛИТОВА, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Нефтекама дәүләт филармонияһының эстрада-цирк төркөмө етәксеһе:
– 1996 йылды ҡаршы алғанда минең тормошом ҡырҡа боролош алды, тип әйтер инем... 1995 йылдың һуңғы көнөндә гастролдәрҙән ҡайтып төштөк. Мин тыуған йортома – Ҡыйғы районының Туғыҙлы ауылына юлланырға тейеш инем, автобусҡа һуңланым. Быны белгәс, хеҙмәттәшем, беҙҙең труппа етәксеһе Шамил Нурми улы Хәлитов мине үҙенең автобусына ултыртты ла, ун сәғәтлек оҙон юлға сыҡтыҡ. Уның был ҡылығы күңелдә һоҡланыу хистәре уятты, уны бөтөнләй икенсе яҡтан асты, тип әйтер инем. Ысын ир-егет тап шулай булырға тейеш тә ине. Аҡ бурандарҙы, ҡар һалған юлдарҙы “кисә-кисә” ауылға ҡайтып еткәндә сәғәт киске ун тулғайны. Арытҡан, бер аҙ ятып ял итергә булдыҡ, һөҙөмтәлә Яңы йылды йоҡлап ҡаршыланыҡ. Ә 1996 йылда беҙҙең һөйөү тарихы башланды. Әлбиттә, Шамил арабыҙҙан иртә китте. Шулай ҙа уның менән бәхетле ғүмер кисерҙек, балаларыбыҙға ғүмер бүләк иттек, уның башлаған эшен – цирк студияһы эшмәкәрлеген дауам итәбеҙ. Ә Яңы йыл байрамы күңелемдә уның исеме менән уйылып ҡалды ла инде...
2025 йыл минең өсөн ғаилә, сәхнә һәм яңы тормош ҡиммәттәре ваҡыты булып хәтерҙә ҡаласаҡ. Иң шатлыҡлы һәм бәхетле ваҡиғабыҙ – ғаиләбеҙҙә икенсе ейәнем тыуҙы. Хәҙер инде күберәк ваҡытымды улар менән үткәрергә тырышам. Ейәнтәремә ҡарап, үҙемдең әсәй булған ваҡыттағы кисерештәрҙе, тойғоларҙы иҫкә төшөрәм. Азалия ҡыҙым хыялын тормошҡа ашырып, Санкт-Петербург ҡалаһындағы медицина колледжына уҡырға инде, эшкә лә урынлашты. Тимерхан улым әрме хеҙмәтен үтеп ҡайтты, әле ул эҙләнеү юлында – һөнәр һайламаған әле. Һәр эшкә ҡурҡмай тотоноуы менән ул атаһын хәтерләтә. Ә Тимерлан улым менән беҙ филармонияла бергә эшләйбеҙ, 2025 йылда бик күп проекттарҙы тормошҡа ашырҙыҡ, яңы программалар сығарҙыҡ, гастролдәргә йөрөнөк.
Яңы йыл – беҙҙең өсөн ғаилә байрамы. Быйылғы йылды ла ҡәҙерле кешеләрем менән бергә ҡаршы алдыҡ. Ҙур ҡыуаныс менән мул табын әҙерләнем (ҡаҙ, ҡуян ите мотлаҡ – балаларым ярата), уйындар уйнаныҡ, бүләктәр бирештек. Йыр-бейеү ҙә булды. Ошо матур кәйеф беҙҙе йыл буйына тырышып эшләргә, һәр көнгә ҡыуанып йәшәргә көс-ҡеүәт биреп торор, тип ышанам. Яңы йыл һәр ғаиләгә шатлыҡтар, бәхеттәр алып килһен, һәр кем сәләмәт булһын. Иң яҡын кешеләр һәр саҡ яныбыҙҙа булһын, хыялдарыбыҙ тормошҡа ашһын!