Республиканың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Светлана Верещагина үткән 2025 йылға йомғаҡ яһағанда белдереүенсә, 11 айҙа беҙҙә 148,2 мең бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекты теркәлгән булған. Үҫеш 4,8 процентты күрһәтә. Бик яҡшы!
Министр "БСТ", "РБК", "Вся Уфа" телеканалдары журналистарына һөйләүенсә, беҙҙәге үҫеш темпы уртаса Рәсәй күрһәткесенән юғары.
Үҙмәшғүлдәр һаны ла күбәйә. 2025 йылдың 11 айы һөҙөмтәләре буйынса улар беҙҙә 335,9 мең кеше.
"Эске туризмға ҡыҙыҡһыныу һәм дәүләт ярҙамы булыуына күрә, инфраструктура төҙөүсе инвестпроекттар ҙа арта. Былтыр льготалы кредитлау буйынса ике проект ғәмәлгә ашырылды: "Өфө" аэропортында яңы ҡунаҡхана төҙөлдө, Октябрьский ҡалаһында "Сероводородная лечебница" шифахана-курорт комплексының беренсе этабы тамамлана", – тине Светлана Верещагина.
Туризм тармағы ла бер урында тормай. Былтыр Башҡортостанда был өлкәне үҫтереүгә Берҙәм субсидия буйынса 230,70 миллион һум аҡса бүленгән, 34 инвестпроектҡа булышлыҡ ителгән.
«Торатау» менән «Янғантау» геопарктары республикабыҙҙың иң ҡыҙыҡтырғыс урыны булып ҡала.
Министр һөйләүенсә, «Торатау» ЮНЕСКО-ның глобаль геопарктар селтәренә индерелде, ә «Шүлгәнташ» мәмерйәһендәге ташҡа баҫылған һүрәттәр ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә яҙылды.
"Башҡортостанды Рәсәй һәм халыҡ-ара кимәлдә танытыу буйынса әүҙем эш бара. Былтыр Өфөгә "Балалар туризмы баш ҡалаһы" статусы бирелде. 10 айҙа беҙгә 1,7 миллион турист килгән. Был, унан алдағы осор менән сағыштырғанда, күберәк", – тип һөйләне БР эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры.
Фото: Министерство предпринимательства и туризма Республики Башкортостан.