Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Января , 04:40

Башҡортостанда бала петарда шартлауынан зыян күргән

Биш йәшлек ҡыҙҙы ашығыс рәүештә дауаханаға алып киткәндәр.

Башҡортостанда бала петарда шартлауынан зыян күргәнБашҡортостанда бала петарда шартлауынан зыян күргән
Башҡортостанда бала петарда шартлауынан зыян күргән

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин Республика тән бешеү үҙәгендә булды. Уның һүҙҙәренсә, был Яңы йыл һуңғы биш йылда иң тынысы булған - халыҡ аҙыраҡ йәрәхәтләнә башлаған. Әле реанимацияла биш өлкән пациент һәм бер бала ята. Йәш ярымлыҡ сабый декабрҙә үк ҡайнар һурпа менән бешкән, ә өлкәндәрҙең тәне бешкән.

Һуңғы дүрт көндә Башҡортостанда термик бешкән 10 пациент дауаханаға һалынған. Улар араһында - петарда менән бешеүҙән зыян күргән биш йәшлек ҡыҙыҡай бар. Беренсе ярҙам күрһәткәндән һуң табиптар уны өйөнә ҡайтарған. Уны амбулатор шарттарҙа дауалайҙар.

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас