Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Ғинуар , 11:10

Баш ҡала ышаныслы ҡулдарҙа

Йәғни Өфө урамдарында ҡар көрәү тураһында был. Йәш кенә ҡыҙ ҙа үҙ эшен намыҫлы башҡара.

Баш ҡала ышаныслы ҡулдарҙа
Баш ҡала ышаныслы ҡулдарҙа

Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев 20 йәшлек Марина Потапова хаҡында социаль селтәргә йылы һүҙҙәр яҙып ҡуйған.

Баҡһаң, был нәфис кенә ҡыҙ икенсе йыл инде баш ҡаланың Ленин районындағы Төҙөкләндереү хеҙмәтендә эшләй икән. Марина тракторы менән Өфө урамдарын, тротуарҙарын көрәй. Бер юлы Башҡорт дәүләт аграр университетында ла уҡырға өлгөрә. Һай, маладис!

"Был баҫалҡы һәм көслө ҡыҙ менән ихлас һоҡланам һәм ғорурланам! Уңыштар һәм аварияһыҙ эш теләйем", - тип яҙған Мәүлиев.

Иң мөһиме - һаулыҡ! Йәш ҡыҙ артыҡ тырышып, сәләмәтлеген бөтөрмәһен. Янында көслө зат та эшләһен инде)))

Фото: Ратмир Мавлиев, вк

Автор: Алһыу Ишемғолова
Читайте нас