Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Января , 07:45

Яңы йылды урманда ҡаршылағандар

Билдәле булыуынса, Силәбелә йәшәүсе ғаилә Башҡортостандағы туғандарына ҡунаҡҡа китеп барған була.

Яңы йылды урманда ҡаршылағандарЯңы йылды урманда ҡаршылағандар
Яңы йылды урманда ҡаршылағандар

31 декабрҙә ирле-ҡатынлы, улдары һәм ҡустылары менән Силәбенән Башҡортостанға байрамға юлланған. Навигатор М-5 юлынан төшөп, урман аша юлды ҡыҫҡартырға тәҡдим иткән. Улар оло юлдан төшөпурманға аша илткән юлда батҡан. Яңы йыл төнөн машинала урман уртаһында һәм элемтәһеҙ үткәргән. Ә иртән 10 саҡрымдан ашыу юл үтеп, Ләмәҙ ҡасабаһына сыҡҡандар - был М-5-тән 55 саҡрым алыҫлыҡта. Улар ярҙам саҡырған.
Был ваҡытҡа бәләгә тарыусыларҙы полиция ла эҙләй башлаған була.

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас