Беҙҙә йәштәр проекттары алған грант суммаһы 85 миллион һумға еткән.
Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ (Росмолодежь) махсус конкурстың 2025 йыл йомғаҡтарын иғлан иткән. Был конкурс йыл һайын үтә һәм унда 14 - 35 йәшлектәргә үҙ башланғыстарын ғәмәлгә ашырыу мөмкинлеге бирелә. Әлбиттә, еңеп сыҡҡандарға. Ә Башҡортостан йәштәренең проекттары һәр ваҡыт еңеүселәр исемлегендә.
Былтыр йәштәр, коммерцияға ҡарамаған ойошмалар, мәғариф учреждениелары 119 социаль әһәмиәттәге проекты менән 85 миллион һумдан ашыу грант яулаған. Бындай ярҙам арта бара. Башҡортостан ТОП-5 исемлегенә инеп кенә ҡалманы, ә беренсе урында тора.
Фото: БР Хөкүмәте сайтынан.