Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Ғинуар , 21:45

Үәт, бройлерҙар!

Башҡортостандың Әлшәй районында "Башҡорт бройлеры" ауыл хужалығы предприятиеһы инвестиция проектын ғәмәлгә ашырыуҙы тамамлай.

Үәт, бройлерҙар!
Үәт, бройлерҙар!

Был проект «Строительство репродуктора второго порядка по производству яиц финального гибрида бройлера» тип атала. Уның өсөн ике миллиард һумдан ашыу аҡса һалыу күҙалланған.

Агрохолдинг төҙөлөш эштәрен тамамлаған. Хәҙер унда йылына 40 миллион - инкубация һәм өс миллион ҡулланылышҡа китә торған йомортҡа етештереләсәк.

Инвестпроект 2019 йылда БР Башлығы Радий Хәбиров үткәргән "Инвестиция сәғәте"ндә ҡаралып, хупланған. Уны ғәмәлгә ашырыу барышында 60 яңы эш урыны булдырылған.

Фото: БР Хөкүмәте сайтынан.

Автор: Алһыу Ишемғолова
Читайте нас