

Ҡатлы бәлеш. Үҙе итле, үҙе һутлы.
Әҙерләү: 700 г фаршҡа берәр балғалаҡ тоҙ, борос, паприка, орегано (кемгә нисек оҡшай) һалып бутарға. Майлы (күп һалмағыҙ) табала ете минут ҡыҙҙырып алырға.
Бер баш һуған менән ике ҡалаҡ томат пастаһын ҡушып, болғап, фаршҡа һалып, тағы 8 – 10 минут ҡыҙҙырырға.
10 йомортҡаның һарыһына ғына ҡамыр баҫырға. 400 г самаһы он китә. Тоҙларға онотмағыҙ. Ҡамырҙы әҙ генә төбө майланған һауытҡа һалып, өҫтөн ябып, 30 минутҡа ҡуйып торорға.
Соус былай эшләнә: 30 г аҡ майҙы табала иретергә, өс ҡалаҡ он ҡушып, һарғайғансы ҡыҙҙырырға ла, 500 мл һөттө әҙ-әҙләп кенә ҡойорға. Әкрен утта ҡуйырғансы ҡайнатырға һәм өҫтөнә мускат сәтләүеге (үҙегеҙгә оҡшағаны ла ярай) ҡырырға. Тоҙ, борос һипкәс, болғатып, газдан алырға.
Ҡамырҙы дүрт өлөшкә бүлергә. Оҙонсараҡ дүрткел итеп йәйергә. 150 г сырҙы эре ҡырғыста ҡырырға. Табаға (йә үҙегеҙгә оҡшаған формаға) тәүҙә бер йәймәне, шунан уның өҫтөнә ҡалаҡлап соусты һалырға, уның өҫтөнә – тағы йәймә, уға фаршты тигеҙләп йәйергә. Тағы соусты, шунан өсөнсө йәймәне, уның өҫтөнә ҡалған фаршты, уның өҫтөнә соусты һалырға. Дүртенсе йәймәне, уға ҡалған соусты һәм иң өҫкә сырҙы һалырға.
Әйткәндәй, йәймәләрҙең һанын үҙегеҙ билдәләй алаһығыҙ. Һауытығыҙға ҡарап, самалап йәйһәгеҙ ҙә була.
180 градус эҫелектәге духовкала ярты сәғәттә бешеп сыға.