Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Ғинуар , 13:30

Өфө аэропортында ғәҙәттән тыш хәл

Бында бик ҙур сират барлыҡҡа килгән. 

Өфө аэропортында ғәҙәттән тыш хәл
Өфө аэропортында ғәҙәттән тыш хәл

«Өфө» аэропортында бөгөн бик күп рейстарҙың тотҡарланыуы күҙәтелә. Был хаҡта аэропорттың матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.

Өфө аэропортының онлайн-табло мәғлүмәтенә ярашлы, «Рәсәй» авиакомпанияһы самолетының Өфөнән Ырымбурға килеүе иртәнге сәғәт 7-нән 11-гә тиклем күсерелгән. Сочиға самолет иртәнге 8-се яртынан киске 5-се яртыға, ә Санкт-Петербургка (Икар) киске сәғәт 6 тула 10 минуттан 9-сы 10 минутҡа күсерелгән.

Шулай уҡ Тбилисиҙан Өфөгә (Азимут) көндөҙгө сәғәт 1 тула 20 минуттан көндөҙгө 4 тула 15 минутҡа һәм Сочиҙан иртәнге 7-се 25 минуттан 4-се 50 минутҡа күсерелгән. Санкт-Петербургтан (Икар) самолеттың осоп китеүе тотҡарланған. Самолет 17:40-та түгел, ә 20:05-тә килеп етәсәк.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бөгөн төндә республикала БПЛА хәүефе иғлан ителде. Шулай уҡ мобиль интернет эшләүҙән туҡтаны.

Автор: Гөлнара Солтанова
Читайте нас