

Илгизә МУЛЛАБАЕВА, Өфө “Нур” татар дәүләт театры артисы:
– 4-се класҡа тиклем Ҡыш бабай барлығына ышана торғайным, бүләккә уйынсыҡтар көттөм. Әле лә Яңы йыл тылсымына, мөғжизәгә ышанам. Үҙ йылыма ла ышанысым ҙур, теләктәр мотлаҡ тормошҡа ашыр, Аллаһ бирһә. Иң мөһиме Йылҡы йылы илебеҙгә тыныслыҡ алып килһен! Ер йөҙөндә йәшәгән барлыҡ кешеләр бәхетле, һау-сәләмәт, уңышлы булһын.
Яңы йыл байрамы, тиһәләр иң тәүҙә күҙ алдына ата-әсәйҙәр, туғандар менән ҡорған табын һәм ауыл клубы күҙ алдына килә. Бала саҡта, йәшлек йылдарында байрамды ҡаршылағандан һуң клубҡа сығып китә инек. Бөтә ауыл халҡы йыйыла, таң атҡансы гармун көйөнә бейеп, йырлап, бер йылға етерлек кәйеф алып ҡайта инек. Уҡыусы саҡта мәктәптә үткән Шыршы байрамында Ҡарһылыу итә торғайнылар. Ә бына театрҙа ул роль миңә бер тапҡыр ҙа эләккәне юҡ әле.
2025 йылға рәхмәтлемен, ижади яҡтан бик уңышлы булды. Мин төп ролде уйнаған “Тау” спектакле (Илдар Юзиев әҫәре буйынса режиссер Айҙар Заббаров сәхнәләштерҙе) “Алтын битлек” Рәсәй милли театр премияһына тәҡдим ителде. Театрыбыҙ Дағыстанға ҙур гастролдәр менән барҙы. Шулай уҡ Мөнир Ҡунафин пьессаһы буйынса Азат Йыһаншин ҡуйған “Һине көтәләр” драмаһында төп ролде башҡарҙым. Яңы 2026 йыл да шулай емешле, уңышлы булыр, тип ышанам.