Рәзинә УРМАНШИНА, яҙыусы, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты:
– Бынан ун йыл элек ҡаршылаған Яңы йыл иң иҫтә ҡалғаны булғандыр моғайын. Оло ҡыҙым Алтынай менән бала табыу йортонда ятам. 23 декабрҙә тыуһа ла, беҙҙе бер айға дауаханала ҡалдырырға булдылар – тыуған саҡта ҡулын имгәткәндәр ине. Сепейҙәрҙең аяҡтары ҡайырылып сыға бит. Ҡыҙымдың ҡул суғы ла шулай ҡайырылып әйләнеп сыҡҡан ине. Янымдан алып сыҡҡанда туҡтамай илаған балама ҡарап: "Берәй ерен ауырттығыҙмы әллә?" – тип һораған инем. Яуап биреүсе булманы. Ғөмүмән, Өфө ҡалаһының 4-се балалар табыу йорто табиптары һораһаң өндәшмәгән, үҙҙәренең ғәмәлдәренә яуап бирә белмәгән хеҙмәткәрҙәр булып хәтерҙә ҡалды. Баланы тағатып ҡарағас, шаҡ ҡаттым. "Нишләп улай? Ҡулы төҙәләсәкме?" – тип илағаныма ла яуап биреүсе булманы. "Бер ай ятығыҙ ҙа, күҙ күрер", – тинеләр генә. Шулай итеп, 2016 йылда Яңы йылды ҡаршы алғанда, беренсегә әсәй булыу шатлығы, әсе күҙ йәштәренә төйөлөп балалар табыу йортонда уҙҙы. Ике көндән һуң, дауалау өсөн саралар күрелмәгәс, яуаплылыҡты үҙ өҫтөбөҙгә алып, сығып киттек. Үпкәләүҙәренән хатта Республика Башлығы тарафынан бирелә торған бүләкте лә бирмәнеләр. Үҙ аллы табиптарға яҙылып, улар биргән дарыуҙарҙы ҡабул иттек. Бер ай тигәндә ҡыҙым әйләнеп сыҡҡан ҡулының йомолған бармаҡтарының һәр быуынын имеп, үҙ-үҙен дауалап, һау ҡулы хәленә килтерҙе.
Аллаһы Тәғәлә тарафынан бирелгән һәр көн минең өсөн ҡәҙерле, үҙе бер мөғжизәгә эйә. Иҫән-һау, донъялар тыныс булһа, һәр көндө байрам һымаҡ ҡабул итәм. Йондоҙнамәгә лә ышанысым күптән юҡ. Әммә ат йылында тыуғандар ат һымаҡ егелеп эшләргә тейеш, тигән фекер генә аңда һеңеп ҡалған (көлә – авт.). Әлегә ғаиләмдә дүрт кеше Йылҡы йылында тыуған. Атайым үҙенең йылында тәүге ҡыҙы Динәгә беренсегә атай булған. Һуңынан бер-бер артлы тыуған бер малай менән бер ҡыҙҙан һуң йәнә үҙ йылында, дүртсегә – миңә атай булған. Апайым үҙ йылында Диана исемле ҡыҙға әсәй булды. "Тағы ла, 12 йылдан һуң, сират һиңә", – тигән ине лә, тик мин һуңланым. Ҡыҙым егерме биш йәшемдә генә донъяға килде. Шулай ҙа, ун ике йыл мөсәл ҡабатланып торған һайын, ғаиләбеҙ тулыланыр, тип өмөтләнәбеҙ.
2025 йыл – минең өсөн, Аллаға шөкөр, уңышлы, матур, бәрәкәтле булды. Декреттан һуң, эшкә сыҡтым. Бәләкәй бала менән өйҙә ултырғанда, өс йыл дауамында, эшләгән эштәремдең уңыштарын күрҙем. Йәй башында "Йәшлек" гәзите ойошторған Н. Мусин исемендәге хикәйәләр конкурсы еңеүсеһе булғайным, йыл аҙағы иһә тағы ла уңышлыраҡ булды. Заһиҙә Мусина менән Кемель Тоҡаевтың "Билдәһеҙ эҙ" китабын тәржемә иткәнебеҙ һәм хәҙерге милли прозаны үҫтереүгә индергән өлөшөбөҙ өсөн Ш. Бабич исемендәге республика йәштәр премияһын алдыҡ.
Яңы йылда барлыҡ Башҡортостан халҡына, әҙәбиәт һөйөүселәргә уңыштар, һаулыҡ, донъя именлеге теләйем! Китаптар, гәзит-журналдар уҡыйыҡ!