Нәзифә ҠАДЫРОВА, йырсы, Рәсәйҙең – атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы, Башҡорт дәүләт филормонияһы солисы:
– СССР тарҡалған саҡ ине, мине бер төркөм ижадташ дуҫтарым, хеҙмәттәштәрем менән Яңы йыл байрамына Италияла сығыш яһарға саҡырҙылар. Бөгөнгөләй хәтеремдә: сит ил, тәмле ризыҡтар, матур урындар һәм башҡорт йыр-моңдарын иҫтәре китеп тыңлаған итальяндар. Яңы хис-тойғоларға байып ҡайтылды. Әммә күңел төпкөлөндә барыбер ниндәйҙер әйтеп аңлата алмаҫлыҡ һағыныу, үҙ ереңә тартылыу булды. Сөнки Яңы йыл – ул ғаилә байрамы. Шул осраҡтан башҡаса мин был байрамды бары тик иң яҡын кешеләрем менән генә үткәрҙем һәм үткәрермен, тип уйлайым.
Мине элек ниндәй генә аҡсалар, дәрәжәләр менән ҡыҙыҡтырып, ҡайҙа ғына эшкә саҡырманылар икән?! Әммә һәр ваҡыт үҙ халҡыма, Башҡортостаныма тоғро ҡалдым. Беҙҙең халыҡта илһөйәрлек тойғоһо көслө. Бөгөн дә, илебеҙ яҙмышына бер нисек тә битараф ҡала алмаған Башҡортостан халҡы менән ғорурланам. Күпме һалдаттарыбыҙ ил һағында?! Ә тылдағылар күпме һаҡселтәрҙәр үрә, гуманитар ярҙам туплай!? Быға тиклем беҙгә бик йыш һалдар ата-әсәләре, ғаиләләре, ирекмәндәр алдында сығыш яһарға тура килде. Бер шулай Миәкә районында гуманитар йөк ойоштороусылар менән аралашҡанда үҙебеҙҙең яугирҙәр янына барырға ла теләгебеҙ барлығын әйткәйнек. Беҙ аҙҙан улар бәйләнешкә сығып, үҙҙәре менән барырға мөмкинлеген әйтте һәм беҙ юлға сыҡтыҡ.
Донецк Республикаһына булған был сәфәр уҙып барған 2025 йылдың иң тетрәндергән һәм иҫтә ҡалған ваҡиғаһы булғандыр ул. Башҡортостан ғына түгел, башҡа төбәк һалдаттары менән дә аралашырға тура килде. Уларға йыр-моңдар, гуманитар ярҙам ғына тапшырып ҡалманыҡ беҙ. Мин һәр ерҙә тылдағыларҙың тырышлығы, эштәре тураһында һөйләнек, изге теләктәрен еткерҙек. Халҡым иңенә төшкән был һынауҙар күңелде әрнетһә лә, илһөйәрлек рухы булыуына ғорурланам. Әле беҙ мәктәп балалары алдында сығыш яһайбыҙ. Уларҙың Рәсәй һәм Башҡортостан гимынын дәррәү башҡарыуын ишетеү күңелгә ниндәй рәхәтлек биргәнен белһәгеҙ! 2026 йылда ла, ғөмүмән киләсәктә ошо рухты, ышанысты юғалтмайыҡ. Яңы йылда барлыҡ өмөттәр аҡланһын, еңеү килһен! Ил менән бергә булайыҡ!