Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Ғинуар , 12:30

Һүҙ – елдәй елеп килгән Йылҡы йылы хужаларына

Розалия һәм Азат ҠАРАСУРИНДАР, Нефтекама дәүләт филармонияһы артистары: – Беҙ йондоҙнәмәгә ныҡ ышанабыҙ. Һынағаныбыҙ бар: аҙналыҡ йәки йыллыҡ юрауҙар һәр ваҡыт тап килә. Икебеҙ ҙә Йылҡы йылында тыуғанбыҙ, уртаҡ һыҙаттар бик күп. Аттар бер өйөрҙә йөрөгән кеүек, беҙ ҙә гел бергә һәм ат һымаҡ елдереп, сабып эшләргә яратабыҙ...  

Һүҙ – елдәй елеп килгән Йылҡы йылы хужаларына
Һүҙ – елдәй елеп килгән Йылҡы йылы хужаларына

Розалия һәм Азат ҠАРАСУРИНДАР, Нефтекама дәүләт филармонияһы артистары:

– Беҙ йондоҙнәмәгә ныҡ ышанабыҙ. Һынағаныбыҙ бар: аҙналыҡ йәки йыллыҡ юрауҙар һәр ваҡыт тап килә. Икебеҙ ҙә Йылҡы йылында тыуғанбыҙ, уртаҡ һыҙаттар бик күп. Аттар бер өйөрҙә йөрөгән кеүек, беҙ ҙә гел бергә һәм ат һымаҡ елдереп, сабып эшләргә яратабыҙ.

2025 йыл ижади ынтылыштар һәм ғаилә мәшәҡәттәре менән һиҙҙермәй генә үтеп тә китте. 35 йәшлек юбилейҙарыбыҙҙы күп туғандарҙы, дуҫтарҙы, хеҙмәттәштәрҙе йыйып, күңелле итеп билдәләнек. Аллаһҡа шөкөр, ике ҡыҙыбыҙ үҫеп килә. Кесеһе Зөлхизәгә бер йәш кенә булыуға ҡарамаҫтан, концерттарҙа икәүләп ҡатнашыуҙан баш тартмайбыҙ. “Башҡорт йыры” концертында ла өр-яңы йыр менән сығыш яһаныҡ.

Яңы йылыбыҙ ҙа шулай ғаилә именлегендә, ижади уңыштар менән үтер, тип ышанабыҙ. Һәр кемгә, һәр ғаиләгә шулай уҡ именлек, балар шатлығы теләйбеҙ. Һәр көнгә рәхмәтле булып, алға ынтылып, ат кеүек етеҙ булып йәшәйек!

 

Әйткәндәй, Розалияның ата-әсәһе – Рәшиҙә Сәфәрғәли ҡыҙы менән Ирек Әхмәткәрим улы Иҙелбаевтар ҙа Йылҡы йылда тыуған икән. Ике йылҡының матур, бәхетле ғаилә ҡора алыуына улар асыҡ миҫал: береһенән береһе талантлы балалар үҫтергәндәр, өлгөлө йорт хужалары ла, эштә лә уңыш ҡаҙанғандар. Ҡыҫҡаһы, бынамын тигән, илде биҙәр ғаиләләр ул Иҙелбаевтар ҙа, Ҡарасуриндар ҙа.

 

 

Автор: Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас