Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Ғинуар , 06:00

Балаларығыҙға әйтер һүҙҙәр...

Бөгөнгө балалар ата-әсәләре менән оҙон-оҙаҡ итеп һөйләшеп ултыра аламы икән? Телефонһыҙ ғына...

Балаларығыҙға әйтер һүҙҙәр...Балаларығыҙға әйтер һүҙҙәр...
Балаларығыҙға әйтер һүҙҙәр...

Хикмәтле хикәйәт
Балаларығыҙға әйтер һүҙҙәр...

Бөгөнгө балалар ата-әсәләре менән оҙон-оҙаҡ итеп һөйләшеп ултыра аламы икән? Телефонһыҙ ғына...
Һәр кем ҡайҙалыр ашыға, кемдер ниндәйҙер проблеманы хәл итеү юлында йүгерә, бәғзе йәш ғаиләләр хатта сабыйҙарын да гаджеттар менән ултыртып ҡуя. Йәнәһе, шым ғына уйнап (ҡарап) ултырһын, миңә теймәһен, маҙаһыҙламаһын. Һөҙөмтәлә, балалар сабый саҡтан смартфон, планшеттарҙы тоҡандырып-һүндерергә өйрәнә, ә үҫкәсерәк башҡа көнкүреш эштәре һәм мәшәҡәттәре алдында баҙап ҡала. Ата-әсә тәгәрмәс эсендә сапҡан тейен кеүек бер төрлөрәк режимда арып-талып көн итә: өй – эш – магазин – өй – телевизор – телефон – кредит – социаль селтәрҙәр – ватсап – ютуб – эш – өй...
Ә һеҙ балаларығыҙға түбәндәге һүҙҙәрҙе әйтәһегеҙме?
“Һин – минең өсөн мөһим”
“Һине тыңлайым”
“Мин – яныңда”
“Һиңә ышанам”
“Әйҙә, бергә эшләйек”
“Уйнағаныңды ҡарап ултырам”
“Рәхмәт”
“Һинең менән ғорурланам”
“Яңылышырға (хаталанырға) мөмкин”
“Һин – көслө”
“Ярҙам кәрәкме?”
“Һин – һәләтле бала”
“Ғәфү ит”
“Кил, бергә өйрәнәйек”...
Күрерһегеҙ, ҡояш яҡтыраҡ балҡый башлар.

Айсын АҠБУЛАТОВА әҙерләне.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас