Яңылыҡтар таҫмаһы
1 Января , 10:00

Яңы йылда Әтәс йылында тыуғандарҙы нимә көтә?

Әтәс (1957, 1969, 1981, 1993, 2005, 2017)

Яңы йылда Әтәс йылында тыуғандарҙы нимә көтә?Яңы йылда Әтәс йылында тыуғандарҙы нимә көтә?
Яңы йылда Әтәс йылында тыуғандарҙы нимә көтә?

 

 Сағыу һәм һәр саҡ үҙен хужа итеп хис итергә яратҡан Әтәс  йылды икеле тойғолар менән ҡаршы ала.  Бер яҡтан, сағыу төҫтәргә һәм дөйөм иғтибарға һөйөү оҡшай, үҙҙәре лә  халыҡ алдында күренергә ярата. Икенсе яҡтан,  план буйынса түгел, ә һәр нәмәнең уйланмайынса ҡапыл эшләнеүе аптырата.  Шунлыҡтан төп кәңәш – ваҡ-төйәккә иғтибар итмәй, дөйөм процестан кинәнес алырға өйрәнергә кәрәк.   Хаталаныуҙан ҡурҡмағыҙ.

Шул уҡ ваҡытта һеҙҙең профессиональ сифаттарығыҙ лайыҡлы баһаһын табыр. Үрләтеүҙәре, юғары награда алыуығыҙ, абруйлы кешеләрҙән маҡталыуығыҙ ихтимал. Шәхси тормошоғоҙҙа  яҡындарығыҙ тураһында хәстьәрлек күрә, тәртип урынлаштыра белеүегеҙ бик тә ярап ҡалыр:   яратҡан кешегеҙ өсөн ышаныслы тыл булырһығыҙ.

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас