Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
1 Ғинуар , 10:00

Яңы йылда Маймыл йылында тыуғандарҙы нимә көтә?

Маймыл (1956, 1968, 1980, 1992, 2004, 2016)

Яңы йылда Маймыл йылында тыуғандарҙы нимә көтә?
Яңы йылда Маймыл йылында тыуғандарҙы нимә көтә?

 Был йылда тыуғандар өсөн Ат йылы –  ул  ҙур атракциондар паркы  һәм һеҙҙең ҡулығыҙҙа бөтә каруселдарға ла билет бар.  Хәрәкәтте, үҙгәрештәрҙе яратҡан маймылдарға йыл хужаһы быны өсләтә тәьмин итер. Башҡалар киҫкен боролоштарҙан паникаға бирелгән ваҡытта һеҙ “Әйҙә, тағы!” тип ҡысҡырырһығыҙ.    Күнегелгән йүнәлеште үҙгәртеү, яңы технологияларҙы үҙләштереү, ҡыйыу эксперименттар өсөн бик яҡшы осор.   

Кәрәк ваҡытта кәрәк урында булыу –   төп уңышығыҙ. Һәр ерҙә, һәр өлкәлә уңыш йылмайыр.  Күптән хәл ителмәгән мәсьәләләр еңел генә сиселер, үҙеңә кәрәкле кешене лә уйламағанда осратырһығыҙ.  Финанс мәсьәләһендә лә шулай уҡ аҡса килеп кенә торор. Шәхси мөнәсәбәттәргә килгәндә, ҡыҙыҡлы танышыуҙар, осрашыуҙар күп булыр.   

Автор: Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас