Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
1 Ғинуар , 16:48

Яңы йыл төнөндә тыуған сабыйҙар билдәле булды

 Өфөлә Яңы йыл төнөндә тыуған тәүге сабый  – малай.

Яңы йыл төнөндә  тыуған сабыйҙар билдәле булды
Яңы йыл төнөндә тыуған сабыйҙар билдәле булды

  Ул Ҡала перинаталь үҙәгендә донъяға килгән.  Баш ҡаланың Орджоникидзе районы башлығы Рөстәм Хәмитов хәбәр итеүенсә, сабыйҙың ауырлығы –   3980 грамм, буйы  — 56 сантиметр.

Был сабый ғаиләлә  дүртенсе бала, әйткәндәй,  был ғаиләнең бөтә балалары ла ошо уҡ учреждениела тыуған.

2025 йылдың Яңы йыл төнөндә бөтәһе 10 сабый донъяға килгән. Иң тәүгеһе шулай уҡ малай һәм ул Белорет ҡалаһында тыуған. 

Фото:Башинформ. 

 

Автор: Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас