Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
1 Ғинуар , 17:30

Яңы йыл төнөндә дүрт бала травпунктҡа эләккән

Яңы йыл төнөндә Башҡортостанда  330 “Ашығыс ярҙам” бригадаһы дежурлыҡ итте.  Улар бөтәһе 1200 шылтыратыу ҡабул иткән.

Яңы йыл төнөндә дүрт бала травпунктҡа эләккән
Яңы йыл төнөндә дүрт бала травпунктҡа эләккән

   БР һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин әйтеүенсә, улар   күберәк йөрәк өйәнәгенә, йәрәхәттәргә  һәм тын етмәүгә  бәйле булған. 

 Шулай уҡ медиктарға боҙ тауҙарында йәрәхәтләнгән балалар ҙа мөрәжәғәт иткән. Берәүһе өйҙә йәрәхәт алған.  Уларҙың дүртәүһен Республика балалар клиник дауахнаһының тарвматология пунктына алып барғандар.    

«Медицина ярҙамы күрһәткәндән һуң барыһы ла өйҙәренә ҡайтарылды.  Улар амбулатор рәүештә дауаланасаҡ», — ти Айрат Рәхмәтуллин.

Фото:Башинформ. 

Автор: Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас