Байрам бүләген 110 ғаилә алды. БР Урман хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, тере ылыҫлы ағастар һәр адресатҡа алып барып еткерелде.
Ведомство етәксеһе Марат Шәрәфетдинов билдәләүенсә, хәрбиҙәргә ярҙам даими ебәрелеп тора. Яугирҙар пиломатериалдар, утын, тәүге кәрәк-яраҡтар кеүек гуманитар ярҙам ала.
«Әммә уларҙың ғаиләһе тураһында хәстәрлек күреү ҙә мөһим. Хуш еҫле ылыҫ ағастары әлеге еңел булмаған осорҙа һәр йортҡа шатлыҡ һәм бәхет өҫтәһен», — тине ул.
Фото:Башинформ.