Яңылыҡтар таҫмаһы
1 Января , 05:56

Иҫән-һау ҡайтһын!

"Мурзик" позывнойлы яугир - Көйөргәҙе районынан. Ул дүртенсе йыл алғы һыҙыҡта.

Добавить в предпочтительные источники Google
Иҫән-һау ҡайтһын!Иҫән-һау ҡайтһын!
Иҫән-һау ҡайтһын!

Батыр яҡташы менән ғорурланып, уның тураһында район гәзитендә Нияра Кашапова яҙҙы. 

Хәбәрсенен яҙмаһынан билдәле булыуынса, "Мурзик" позывнойын үҙенең исеменең, фамилияһының, атаһының исеменең тәүге хәрефтәре буйынса һайлаған. МХО-ға ул өлөшләтә мобилизация сиктәрендә юллана. Ҡатыны Вера, ҡыҙы Арина, дуҫтары, туғандары оҙата. Һалдат көнкүреше тураһында егет ишетеп кенә белмәй, үҙ ваҡытында Хабаровск крайында мотоуҡсылар ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иткән.

Яугир менән һөйләшкәндә, уның тормошо башҡа малайҙарҙыҡынан бер ниһе менән дә айырылмағанын белдем, - тип яҙа Нияра Кашапов. - Ихатала туп типкән егет футболды һаман ярата. Армиянан һуң район предприятиеларының береһенә киптереү операторы булып эшкә урынлаша. Һуңынан МХО... Махсус операцияла ҡатнашыу һәм өйҙән меңәрләгән саҡрым алыҫлыҡта булыу яҡташыбыҙҙың донъяға ҡарашын үҙгәртә, ул кешеләрҙе яҡшыраҡ белә башлай. Күп тапҡырға сабырыраҡ булып китә. Оптимизмды юғалтмай. "Үҙем өсөн бер нисә мөһим нәмәне аңланым. Иң көслө һүҙ - йәшәү, иң ҡурҡынысы - үлтереү. Йәшәү мәғәнәһен ғаиләлә күрәм. Уны тәүҙә аңлы рәүештә төҙөргә, һуңынан һаҡларға, бөтә нәмәнән яҡларға кәрәк булған ғаиләлә. Ауылда туғандар менән осрашыуҙарыбыҙҙы, самауыр сәйен эсеп, ихлас һөйләшеүҙәребеҙҙе йыш иҫкә төшөрәм. Шул - беҙҙең тормош, - ти Мурзик. - Барыбыҙға ла дуҫ һәм берҙәм булырға теләйем. Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ!"

Батыр яугир хаҡында яҙған хәбәрсегә рәхмәтлебеҙ. Беҙ үҙебеҙҙең геройҙарҙы белергә тейеш!

Фото: https://kyurgaza.ru/news/localnews/2025-12-27/voin-murzik-iz-kuyurgazinskogo-rayona-uchastvuya-v-svo-optimizma-ne-rasteryal-4522224

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова