Яңылыҡтар таҫмаһы
1 Ғинуар , 16:30

Һүҙ – елдәй елеп килгән Йылҡы йылы хужаларына

Гөлмирә ИСМӘҒИЛЕВА, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры артисы: - 1995 йыл ине шикелле, Ҡыш бабай һеңлем менән икебеҙгә “Сникерс” шоколады ҡалдырҙы. Иртә таңда соланда кемдер ҡыптырлап йөрөгәнен ишетеп, атайым ишекте асып ҡараһа, Ҡыш бабай йылп итеп сығып тайған имеш. Шулай ҙа беҙҙең бүләкте йәшереп өлгөргән икән...  

Һүҙ – елдәй елеп килгән Йылҡы йылы хужаларынаҺүҙ – елдәй елеп килгән Йылҡы йылы хужаларына
Һүҙ – елдәй елеп килгән Йылҡы йылы хужаларына

Гөлмирә ИСМӘҒИЛЕВА, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры артисы:

– 2026 йылды бик йылы тәҫьораттар менән оҙаттым. Декрет ялындамын, ҡыҙымдың үҫкәнен, уның менән бәйле ҡыҙыҡлы мәлдәрҙе иҫтә ҡалдырырға тырышам. Көндәр һәүетемсә генә барған кеүек тойолһа ла, йыл үткән дә киткән икән. Бер нисә ижади проектта ҡатнашып өлгөрҙөм. Декрет ялынындағы әсәйҙәрҙе әҙерәк шулай "уңайлы зонанан" сығарып алыу – кәрәкле процедура икән. 2026-ға өмөттәрем, пландарым ҙур. Аллаһы бойорһа, бөтә көсөмдө туплап, Ат йылының дилбәгәһен ныҡлап тотоп алып, алға елергә ине.

Театрҙа эш башлағандан алып 5 – 6 йыл дауамында фоела үткән Шыршы байрамында Ҡарһылыу булдым. Унан тыш төрлө корпоративтарға, балалар баҡсаларына ла йөрөп өлгөрә инек. (Ҡыш ул ғөмүмән артистарҙың яратҡан миҙгеле). Бигерәк тә балаларға байрам кәйефен бүләк итеүе оҡшай. Бәләкәстәргә генә түгел, үҙбеҙгә лә ҡайһы саҡта ниндәйҙер мөғжизәгә, тылсымға  ышанып йәшәргә кәрәктер кеүек тойола. Үҙемдең дә иң иҫтә ҡалған Яңы йыл байрамдарым бала саҡта булған кеүек. 1995 йыл ине шикелле, Ҡыш бабай һеңлем менән икебеҙгә “Сникерс” шоколады ҡалдырҙы. Иртә таңда соланда кемдер ҡыптырлап йөрөгәнен ишетеп, атайым ишекте асып ҡараһа, Ҡыш бабай йылп итеп сығып тайған имеш. Шулай ҙа беҙҙең бүләкте йәшереп өлгөргән икән. Беҙ был тарихты ышанып, күҙ алдына килтереп тыңлағаныбыҙ һаман да хәтерҙә.

2026 йыл яҡшы хәбәрҙәргә, ҡыуаныслы  мәлдәргә бай булһын! Һәммәгеҙгә лә ташып торған дәрт, дарман , көс, ныҡлы һаулыҡ теләйем! Ер йөҙөнөң һәр мөйөшөндә тыныслыҡ булһын ине! Яңы йыл – ғаилә байрамы, мөмкинлек табып атай-әсәйҙәргә, өләсәй-олатайҙарға, яҡын кешеләргә күңел йылыбыҙҙы еткерәйек!

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас