Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
1 Ғинуар , 18:30

Һүҙ – елдәй елеп килгән Йылҡы йылы хужаларына

Гөлнара ВӘЛИЕВА, Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театры солисы, йырсы: - Иң яҡты, матур ваҡиға ул беҙҙең театрҙа ҡуйылған Джоаккино Россининың "Севильский цирюльник " операһында (режиссеры – Мәскәүҙән килгән Сергей Широков) төп роль – Розинаны башҡарыу булды...  

Һүҙ – елдәй елеп килгән Йылҡы йылы хужаларына
Һүҙ – елдәй елеп килгән Йылҡы йылы хужаларына

Гөлнара ВӘЛИЕВА, Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театры солисы, йырсы:

– Яңы йыл ҡотло килһен, ҡотло үтһен, донъялар имен булһын! Һәр кемдең: “Эх, шулай булһа ине!” – тип, күңел төбөндә ятҡан матур, изге теләктәре тормошҡа ашыуын теләйем. Яңы йыл менән!

Яңы йыл – ул ғаилә байрамы. Һәр йылды атай-әсәй янында ҡаршы алырға тырышам. Был байрам минең өсөн матур-матур теләктәр теләү, бүләктәр биреү һәм алыу, киләсәккә пландар ҡороу, туғандар менән күңелле осрашыуҙар мәле, күңел ялы. Мотлаҡ киләсәккә, алдағы йылға уй-ниәттәремде айырым дәфтәргә яҙып ҡуям – күбеһе тормошҡа аша. 2025 йылға рәхмәтлемен: Аллаһҡа шөкөр, һаулыҡ-сәләмәтлектә, ғаилә именлегендә тыныс, матур үтте. Ижади тормош та бик күп сығыштар, яңы йырҙар менән иҫтә ҡалды. Иң яҡты, матур ваҡиға ул беҙҙең театрҙа ҡуйылған Джоаккино Россининың "Севильский цирюльник " операһында (режиссеры – Мәскәүҙән килгән Сергей Широков) төп роль – Розинаны башҡарыу булды. Ижадсы өсөн эштәге уңыштар икеләтә шатлыҡлы, шуға ла үҙ йылымды тик матур уй-теләктәрҙә генә, ҙур өмөттәр бағалап ҡаршы алдым.

 

 

Автор: Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас