

Рита УСМАНОВА, Стәрлетамаҡ концерт-театр берекмәһенең Бейеү театры солисы:
– Яңы йыл тиһәләр, иң тәүҙә күҙ алдына бала саҡ йылдары иҫкә төшә. Ул ваҡытта мөғжизәгә лә, Ҡыш бабай барлығына ла ышана инек. Беҙҙең ғаиләлә байрам алдынан мотлаҡ күмәкләшеп ултырып билмән эшләү һәм урмандан алып ҡайтҡан кескәй генә шыршыны биҙәү йолаһы бар ине. Балалар күберәк аяҡ аҫтында буталып йөрөйбөҙ, ә ата-әсәләр беҙҙең өсөн тырыша. Хәҙер инде минең үҙемдең ғаиләм бар һәм балаларға онотолмаҫлыҡ байрам булһын, тип тырышып йөрөгән мәлебеҙ. 2025 йылда эш күп булды: һабантуйҙарға, гастролдәргә йөрөнөк, концерттар ҡуйҙыҡ. Хәҙерге мәлдә иһә сағыштырмаса оҙайлы ялға туҡталдым: декрет ялына киттем. Аллаһ бирһә 2026 йыл миңә күптән көткән ҡыҙ баламды бүләк итәсәк. Тимәк, ғаиләбеҙҙә мин генә түгел, ҡыҙым да Йылҡы йылы хужаһы буласаҡ!
Йылҡы йылы һәр йортҡа именлек, һаулыҡ, бәхет алып килһен! Яңы йылда һәр кемгә күңел тыныслығы, изгелектәр теләйем. Яҡты, матур киләсәккә ышанысты юғалтмайыҡ!