Яңылыҡтар таҫмаһы
1 Января , 07:30

Һүҙ – елдәй елеп килгән Йылҡы йылы хужаларына

Гөлбикә ИМЕЛБАЕВА, Сибай концерт-театр берекмәһе оркестры артисы, музыкант: - Яңы йылда иң изге теләктәрем, хыялдарым тормошҡа ашыуын теләп, бер бәләкәй генә йола башҡарам. Уны һеҙгә лә сисәм, икенсе йыл атҡарып ҡарағыҙ. Хыялдарығыҙ мотлаҡ тормошҡа ашыр. Куранттар һуға башлар алдынан...  

Һүҙ – елдәй елеп килгән Йылҡы йылы хужаларынаҺүҙ – елдәй елеп килгән Йылҡы йылы хужаларына
Һүҙ – елдәй елеп килгән Йылҡы йылы хужаларына

Гөлбикә ИМЕЛБАЕВА, Сибай концерт-театр берекмәһе оркестры артисы, музыкант:

– Һәр йыл кеше күңелендә, булмышында ниндәйҙер эҙ ҡалдыра. Аллаға шөкөр, 2025 тик матур хәтирәләр ҡалдырҙы. Яңы таныштар, уйламаған сәфәрҙәр, дуҫтар менән көлкөлө хәлдәр – ниндәйҙер мәлдәр иҫкә төшһә йылмайғы, көлкө килә. Ә Яңы йыл – ул минең өсөн бала саҡ байрамы. Хәҙер беҙ нисектер мәшәҡәттәргә, эштәргә сумғанбыҙ кеүек. Ә бала саҡ ғәмһеҙ, күңелле ваҡыт. Байрам килгәнен түҙемһеҙлек менән көтә инек. Айырыуса ауылға, өләсәй янында ҡаршылаған байрамдар иҫтә уйылып ҡалған. Өйөм-өйөм ҡарҙар, үҫеп ултырған шыршы (яһалма ла, ҡырҡып алып килгән дә түгел), тағы ла өләсәй беҙ ҡайтыуға тәмле-тәмле ризыҡтар башарә, күп итеп мандарин һатып ала – ысын байрам, йылы йорт мөхите һәм мөғжизә көтөү башлана. Ҡыш бабай ҙа мотлаҡ серле генә бүләк ҡалдыра торғайны.

Ошо байрам кәйефе мине бөгөнгө көнгә тиклем оҙата килә һәм бәхет бүләк итә. Яңы йылда иң изге теләктәрем, хыялдарым тормошҡа ашыуын теләп, бер бәләкәй генә йола башҡарам. Уны һеҙгә лә сисәм, икенсе йыл атҡарып ҡарағыҙ. Хыялдарығыҙ мотлаҡ тормошҡа ашыр. Куранттар һуға башлар алдынан иң-иң ҙур 3 – 4 хыялды бәләкәй генә ҡағыҙ битенә яҙып, шәм ялҡынында яндырырға. Ул янған саҡта хыялығыҙҙың тормошҡа ашыуын күҙ алдына килтерергә кәрәк.

Үҙ йылымдың яҡты, тыныс, матур булырына ышанам. 2026 йыл беҙҙе тик матур ваҡиғалар менән генә ҡыуандырып торһон, яҙыбыҙҙа ышаныслы дуҫтар булһын! Күңел йылыбыҙҙы яҡындарыбыҙға өләшеп йәшәйек!

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас