Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
31 Декабрь 2025, 13:00

Йылҡы йылы уңышлы булһын!

Каждый из нас по-своему лошадь... (В. Маяковский  

Йылҡы йылына инәбеҙ –

Ат йылы ти ҡайһылар -

Матур килеп, матур үтһен,

Башҡа ниндәй ҡайғы бар?

... Был тормошта һәр кемебеҙ

Үҙенсә бер ат инде,

Кемдер тик һолола тора,

Кем бесәнгә шат инде.

Кемдер - бәйгенән бәйгегә,

Дан-шөһрәт уға юлдаш,

Кемелер – өйөр айғыры,

Үҙе түш тә үҙе баш.

Сабыр ғына ғүмер буйы

Йөк һөйрәүсе – эш аты,

Ижадсының иңдәрендә Аҡбуҙаттың ҡанаты.

Аслы-туҡлы хужаһына Хеҙмәт итә алаша, Алашаһын йәш толпарға Бары иҫәр алмаша!

...Һәр беребеҙ был тормошта Ат инде.

Башта – йүгән. Ауыҙлыҡты сәйнәй-сәйнәй, Һөйрәйбеҙ донъя йөгөн.

Теләгем шул: һөйрәгән йөк

Ҡыш көнө булһын сана,

Ҡара ерҙә арба һөйрәп

Үтергә етһен сама.

Бер туҡтауһыҙ дилбегәне

Ҡайырмаһасы яҙмыш,

Һыҙырмаһын сыбыртҡылап

Арҡа тиреһен ҡайыш.

Хәрәкәттә - бәрәкәт, ти,

Булайыҡ хәрәкәттә,

Тибенергә иренмәһәк,

Йәшәрбеҙ бәрәкәттә.

Һимертергә ҡуймаһындар

Туҡтатып хаҡлы ялға,

Ел уйнаһын ял-ҡойроҡта,

Теребеҙ?! Тимәк, алға!

Алға! Еңеү елдәренә

Елберләһен ялыбыҙ!

Бирешмәйек! Ни тиһәң дә,

Был бит беҙҙең йылыбыҙ!

Фирүзә АБДУЛЛИНА

Автор: Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас