Беренсе ярҙам
Ҡолап йәрәхәтләнгән кешегә беренсе ярҙам күрһәтеү улай уҡ ҡыйын түгел. Иң беренсе сиратта тәндең йәрәхәтләнгән урынына тыныслыҡ кәрәк, шунлыҡтан боҙ ҡуйырға мөмкин. Йылытыу, йод һөртөү, массаж һәм ыуыу тыйыла.
Тарамыштар тартылған осраҡта, уларға шулай уҡ һалҡын әйбер ҡуйып, бинт менән бәйләп ҡуйығыҙ. Аяҡ-ҡул сыҡҡанда ла шулай итәләр. Әйткәндәй, сыҡҡан урынды урынына үҙаллы ултыртырға маташмағыҙ, нығыраҡ зыян килтереп ҡуйырһығыҙ.
Берәй ер һынған осраҡта иһә ул урынды хәрәкәтһеҙләндермәү сараһын күрергә ҡушыла. Бының өсөн шулай уҡ ҡул аҫтында булған әйберҙәрҙе ҡулланырға мөмкин һәм ашығыс рәүештә медицина ярҙам һорап мөрәжәғәт итеү.