Оҙайлы ял нимә менән хәүефле?
Байрамдан һуң беҙҙе ниндәй проблемалар һағалап тороуы ихтимал?
Беренсенән, артыҡ килограмдар. Әлбиттә, Яңы йыл табынындағы өҫтәл тулы ризыҡ эҙһеҙ үтмәй. Шул тиклем әҙерләнәбеҙ, уны бит бер көндә генә ашап бөтөрөрлөк тә түгел, һый-ниғмәт бер нисә көнгә һуҙыла. Өҫтәүенә майлы, майонезлы, тоҙло, татлы ризыҡтар. Уларға калорияһы күп булған алкоголь да ҡушылһа... Тикшереүҙәр күрһәтеүенсә, Яңы йыл каникулдарында кеше уртаса 0, 37 – 2, 2 килограмға тиклем артыҡ кәүҙә ауырлығы йыйыуы ихтимал. Тиҙ һимереүселәр өсөн айырыуса хәүефле.
Бынан тыш, декабрҙә мәшәҡәт шул тиклем күп, спорт менән шөғөлләнергә ваҡыт та ҡалмай.
Икенсенән, стресс. Йыл аҙағы – эштең күп мәле. Йыллыҡ отчеттар, ниндәйҙер эштәрҙе йомғаҡлап ҡуям, тип өтәләнеүҙәр, өйҙө Яңы йылға йыуып-йыйыштырыуҙар, бүләктәр, аҙыҡ-түлек һатып алырға магазин буйлап сабыуҙар – былар барыһы ла беҙҙең организмға өҫтәмә көс. Өҫтәүенә, ниндәйҙер пландарың килеп сыҡмаһа, сәләмәтлегең, яҡындарың өсөн хәүефләнеүҙәр – стресс булыуын көт тә тор. Билдәле булыуынса, стресс – ул юғары ҡан баҫымының, йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы ауырыуҙарының, яман шештең төп факторы.
Байрамдарҙа нисек сәләмәт булып ҡалырға?
Түбәндәге кәңәштәр һеҙгә байрамды имен-һау, сәләмәтлегеҙгә зыян килтермәй үткәрергә ярҙам итер.
Бурыстарҙы тигеҙ бүлегеҙ. Барыһына ла үҙегеҙ йүгермәгеҙ, ғаилә ағзалары араһында бурыстарҙы тиегеҙ бүлегеҙ. Берәү бүләктәр һатып алһын, икенсеһе – аҙыҡ-түлек. Кемдер ашарға әҙерләһә, башҡалары өҫтәл әҙерләһен. Яңы йылға ҡунаҡтар саҡырған булһағыҙ, улар ҙа алданыраҡ килеп байрам табынын әҙерләшә ала.
Бер көн генә үҙегеҙҙе бер нәмәнән дә тыймағыҙ. Яңы йыл төнөндә генә күп ашауҙан бер кем дә һимермәй. Ә инде оҙайлы каникулдар буйы, “ашамаһаң, әрәм була”, тип һыйланыуҙан туҡтамаһағыҙ, артыҡ килограмм йыйыуығыҙ ихтимал. Артыҡ килограмдарға ҡарағанда, ашап бөтөлмәгән салатты ташлауы еңелерәк бит, килешәһегеҙме? Шунлыҡтан Яңы йыл төнөндә һәм иҫкесә Яңы йылда ғына байрам табыны ҡорорға мөмкин. Ә башҡа көндәрҙә ғәҙттәгесә туҡланығыҙ. Юғиһә, аш эшкәртеү системаһына, бауырығыҙға көс төшөр, һаулығығыҙ ҡаҡшар.
Иммунитетығыҙҙы һаҡлағыҙ. Яңы йыл алдынан борсолоуҙар, зарарлы аҙыҡ-түлек, инфекция көсәйгән ваҡытта дуҫтар-яҡындар менән йыш аралашыу, көн торошоноң үҙгәреп тороуы – былар барыһы ла иммунитеттың ҡаҡшауына килтерә.
Шунлыҡтан аралашыуҙарҙы кәметергә тырышығыҙ, айырыуса ауырыған кешеләр менән, битлек кейеп йөрөргә онотмағыҙ, көн тәртибен һаҡлағыҙ, күберәк саф һауала йөрөгөҙ, йылы кейенегеҙ.
Иҫерткес эсемлекте әҙерәк эсегеҙ йә бөтөнләй эсмәгеҙ. Эҙемтәһе хаҡында уйлағыҙ. Баш ауыртыуы ғына түгел, эскән кеше өҫтәлдә нимә бар, ҡарап тормай, ашай башлай. Күп ашауҙың зыяны хаҡында барығыҙ ҙа яҡшы белә.
Икенсенән, алкоголде күп ҡулланыу иммун системаһына кире йоғонто яһай. Шунлыҡтан сираттағы порция урынына минераль һыу эсеп ҡарағыҙ. Нисек тә шулай аралаштырып, артыҡ эсеүҙән тыйылығыҙ. Иртәгәһен баш ауыртыуҙан да яфаланмаҫһығыҙ, бауырығыҙға ла көс төшмәҫ.
Күберәк хәрәкәт итегеҙ. Байрамдарҙа диванда аунап, телевизор ҡарап ҡына ял итке киләлер. Ысынында ундай ял ял түгел. Өйҙә ни тиклем күберәк булһағыҙ, шул тиклем күберәк ашайһығыҙ һәм эсәһегеҙ. Шул рәүешле арыуығыҙҙы һәм стресты туҡландыраһығыҙ.
Ялҡауланмағыҙ, үҙегеҙгә дөрөҫ ял ойоштороғоҙ. Саф һауала булығыҙ – тауҙан шыуығыҙ, саңғыла, конькиҙа йөрөгөҙ. Физик әүҙемлек эндорфиндарҙың, шатлыҡ гормоны – серотониндың кимәлен күтәрергә ярҙам итә. Был стрестан ҡотолоу өсөн бик шәп сара!
Йоҡоғҡоҙ туйғансы йоҡлағыҙ. Билдәле булыуынса, йоҡо туймау ҙа стресҡа килтерә. Ә стресс төндә йоҡларға бирмәй, йоҡоһоҙлоҡтоң бер сәбәбе булып тора. Эш көндәрендә туйғансы йоҡларға мөмкинлек юҡ, ә бына оҙайлы ялдарҙа рәхәтләнеп йоҡларға мөмкин.
Витаминдар эсегеҙ. Сәләмәт йәшәү рәүеше алып барырға тырышһағыҙ ҙа, оҙайлы каникулдар ғәҙәти йәшәү ритмынан сығырға мәжбүр итә. Организм яңы шарттарға еңелерәк яраҡлашһын өсөн сифатлы поливитаминдар һәм Д витамины эсегеҙ. Әммә шул ваҡытта артығын ашауҙан тыйылығыҙ.
Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.