Яңылыҡтар таҫмаһы
31 Декабря 2025, 11:00

Байрамдың йәмен ебәрмәйек!

Яңы йыл – күптәрҙең иң яратҡан байрамы. Алдан әҙерләнәләр, көтөп алалар, ихлас байрам итәләр һәм … төрлө күңелһен хәлгә лә тарып ҡуялар.  Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тап Яңы йыл байрамдарында табиптарға төрлө тән йәрәхәте менән мөрәжәғәт итеүсе пациенттар күп була.   Һаҡлыҡ сараларын күргәндә, уларҙың күбеһен ваҡытында иҫкәртеп булыр ине.

Добавить в предпочтительные источники Google
Байрамдың йәмен ебәрмәйек!Байрамдың йәмен ебәрмәйек!
Байрамдың йәмен ебәрмәйек!

 Фейерверктарҙан  тән янғанда...

 Табиптар әйтеүенсә, тән янған ваҡытта беренсе ярҙам күрһәтеү өсөн зыян күргән урынды һыуытырға кәрәк.  Бының өсөн уның һалҡын һыуға тығырға була.  Әгәр ҙә бындай мөмкинлек юҡ икән, ҡарҙы йә боҙҙо файҙаланырға кәрәк.  Тик был осраҡта янған урынды тәүҙә туҡыма менән (ҡулъяулыҡ йә бинт та ярай) ҡапларға кәрәк, был инфекция эләгеүҙән һәм зыян күргән туҡыманы йәрәхәтләүҙән һаҡлай.   Ауыртыуҙы баҫыу өсөн ҡул аҫтындағы анальгетикты ҡулланырға ярай.   

Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: янған урынға составында май булған дарыу һөртөргә ярамай, шулай уҡ ыуыу һәм күперсектәрен асыу тыйыла. 

Янған урын бер аҙ ҡыҙарып, ҡабарыңҡырап ҡына торһа, уны үҙаллы дауалап та була.  Ә инде күперсектәр барлыҡҡа килһә һәм тәндең ҙур өлөшө зарарланһа, тиҙ арала травпунктҡа мөрәжәғәт итегеҙ йә булмаһа «Ашығыс ярҙам» саҡыртығыҙ. 

Пиротехниканың   бер остоғо күҙгә эләкһә, айырыуса ҡурҡыныс. Был осраҡта бер нисек тә табиптарҙың ашығыс ярҙамыһыҙ булмай,  күҙҙе йыуҙыртырға һәм тиҙ генә табиптарға мөрәжәғәт итергә кәрәк.   Юғиһә, күҙһеҙ ҡалыуығыҙ ихтимал. 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина