Яңылыҡтар таҫмаһы
30 Декабрь 2025, 16:45

"Яндекс Инвест"

Мутлашыусылар яңы алдау схемаһын тормошҡа ашыра, дуҫтар: "Яндекс Инвест" сервисына "эксклюзив инеү" тәҡдиме менән хаттар ебәрә. Быны "яңы йыл бүләге" тип ҡыҙыҡтырырға маташалар:

"Яндекс Инвест""Яндекс Инвест"
"Яндекс Инвест"

Схеманың асылы: енәйәтселәр электрон почтаға яңы сервисты һынау өсөн "әүҙем ҡулланыусыларҙы" һайлап алыуҙары хаҡында яҙа һәм һылтанма буйынса күскәндә махсус шарттар вәғәҙә итә. Өҫтәмә рәүештә, "әгәр аҡса эшләп булмаһа", көнөнә 5 мең һум күләмендә компенсация тәҡдим ителә. 

"Яндекс", был мутлашыусылар, яңы сервис та, хаттар ҙа компанияға бер ниндәй ҙә ҡағылышы юҡ, тип раҫлай.

Уяу булығыҙ һәм яҡындарығыҙҙы иҫкәртегеҙТикшерелмәгән сығанаҡтарҙан һылтанмалар буйынса күсмәгеҙ!

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас