Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
30 Декабрь 2025, 11:48

Яңы йылда Ҡомаҡ йылында тыуғандарҙы нимә көтә?

2026 йыл – Көнсығыш календары буйынса Утлы  Йылҡы йылы.

Яңы йылда Ҡомаҡ йылында тыуғандарҙы нимә көтә?
Яңы йылда Ҡомаҡ йылында тыуғандарҙы нимә көтә?

Ул 2026 йылдың 17 февраленән башлана һәм   2027 йылдың 5 февраленә тиклем дауам итә. Ат Ҡытай астрологияһында тиҙлекте, бойондороҡһоҙлоҡто,  ҡыйыулыҡты һәм  азатлыҡҡа ынтылышты символлаштыра, ә Ут стихияһы  уға дәрт-дарман, драйв һәм ошонда әлеге мәлдә үк эшләү  теләген өҫтәй. 

Был йылда кемдер эшен алмаштыра, кемдер икенсе ергә күсергә хәл итә, кемдер яңы проект башлай һәм күптән туҡтап ҡалған мөнәсәбәттәрҙән арына. Кемдәр яңылыҡҡа ынтыла һәм  үҙенең ҡарары өсөн яуаплылыҡтан ҡурҡмай, Ат уларға ҙур этәргес бирә.   Кемдәр үҙгәрештәрҙән ҡурҡа һәм иҫкегә йәбешеп ята – ваҡиғалар уларҙы ныҡышмалы рәүештә уңайлы мөхиттән этәреп сығарасаҡ.   

Юлбарыҫ, Эт һәм Ҡуҙы йылында тыуғандар өсөн  дөйөм темпты тотоп алыуы еңелгә тура килер, өсөн улар Аттың энергияһы менән тура килә.  Тотороҡлоҡҡа һәм билдәлелеккә өйрәнгән Ҡомаҡ, Үгеҙ һәм Ҡуян йылында тыуғандар өсөн ауырыраҡ тура килер. 

 

 Ҡомаҡ (1948, 1960, 1972, 1984, 1996, 2008, 2020)

Ҡомаҡ йылында тыуғандарҙы   бигүк ябай булмаған, әммә һөҙөмтәле йыл көтә. Йыл һеҙҙең сабырлығығыҙҙы һынар.   Аттың етеҙлегенә эйәреүе еңел булмаҫ. Эшегеҙҙә, һеҙҙе уратып алған кешеләрҙә, йәшәү графигығыҙҙа үҙгәрештәр булыуы ихтимал.   Иң мөһиме – ҡаршылашмағыҙ, ә һәр нәмәнән файҙа күрергә тырышығыҙ.   Төп еңеүегеҙ – финанс һиҙгерлегегеҙ. Башҡалар азартҡа бирелеп, уйланылмаған сығымдар түккән ваҡытта һеҙ отошло  килешеү төҙөп,  яңы килем сығанағы табырһығыҙ.     

 Шәхси тормошоғоҙҙа ла уңыш йылмайыр.   Тыңлай һәм аңлай белеүегеҙ  еңел-елпе мөнәсәбәттәрҙән арыған ышансыл пар табырға ярҙам итер.  

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор: Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас