Мутлашыусылар 38 йәшлек ҡатынға ноябрь аҙағында шылтыратып, инвестициялар ярҙамында байыу юлын тәҡдим итә. Енәйәтселәр менән видеоэлемтә аша аралашҡан ҡатын дәртләнеп ризалаша. Муттарҙың күрһәтмәһе буйынса гүзәл зат "видеокурс" үтә, инвестициялар платформаһында иҫәп аса (бушлай түгел, аҡса түләп). Шунан "менеджер" етәкселеге аҫтында тәүге иғәнәне күрһәтелгән реквизиттарға күсерә.
Бер аҙҙан мутлашыусылар уны банктан кредит алырға күндерә. Бер ай эсендә ҡатын мобиль ҡушымта аша "инвестициялар платформаһына" 700 мең һумдан ашыу аҡса һала.
Аҡсаһы бөтөп, бер тин дә табыш ала алмағас, ҡатын алданыуын аңлай. Уға полицияға мөрәжәғәт итеүҙән башҡа сара ҡалмай. Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, ҡатындың ғаризаһы нигеҙендә РФ Енәйәт кодексының 159 статьяһының 3-сө өлөшө буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған (мутлашыу).
Фото: https://vk.com/mvdporespublikebashkortostan?w=wall-212351849_5749