Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
30 Декабрь 2025, 22:15

Әсә магазинға барған арала...

Әсә магазинда булған саҡта өйөндә янғын сыҡҡан! Өс балаһы ут эсендә ҡалған...

Әсә магазинға барған арала...
Әсә магазинға барған арала...

Әлдә генә күршеләре төтөндө күреп, ишекте аса һәм ике баланы ҡотҡара. Был ваҡытта әсә кеше ҡайтып етә, тағы бер балаһының эстә ҡалыуын аңлап, өйгә йүгереп инә һәм уны үҙе алып сыға.

Балалар Саҡмағош үҙәк дауаханаһына тикшереү өсөн оҙатылған

Саҡмағоштағы ваҡиға тураһында Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хәбәр итеп, янғындың 100 кв.м. майҙанда һүндерелеүен белдерә

Ҡурҡыныс хәлдең сәбәптәренең береһе итеп балаларҙың ут менән шаярыуы ҡарала. Шулай уҡ ғәйеп электр селтәрендә лә булыуы ихтимал (ҡыҫҡа тоташыу). Быны Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының тәүтикшереүсеһе асыҡлаясаҡ.

Хөрмәтле ата-әсәләр, балаларығыҙ менән янғын хәүефһеҙлеге саралары тураһында даими һөйләшегеҙ. Балаларға, әгәр янғын башланһа һәм өлкәндәр өйҙә булмаһа, нимә эшләргә кәрәклеген аңлатырға тырышығыҙ. Төп хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен һөйләгеҙ, төрлө ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе бала менән уйнап "сәхнәләштереп" ҡарағыҙ. Өй адресын, бөтә ашығыс хеҙмәттәрҙең һәм телефондарын ятлатығыҙ, шырпыларҙы һәм зажигалкаларҙы балалар таба алмаҫлыҡ урындарҙа һаҡлағыҙ. Бәләкәстәрҙе ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ!

Фото: МЧС РБ.

Әсә магазинға барған арала...
Әсә магазинға барған арала...
Әсә магазинға барған арала...
Автор: Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас