Ҡатын был хәлгә күҙ йоммай, әлбиттә, полицияға шылтырата, ғаилә бухгалтерияһында дебет менән кредитты "сводить" итергә ярҙам һорай.
Хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре асыҡлауынса, аҡса урланған ваҡытта пенсионер ҡаланың медицина учреждениеһында дауалана. Уның менән бер палатала әллә нисә тапҡыр хөкөм ителгән 40 йәшлек ир ҙә һаулығын хәстәрләп ята. Шик ана шул бәндәгә төшә лә инде.
Полицияға килтерелгәс, бур үҙенең ғәйебен таныған. Һөйләүенсә, хужаһы булмаған саҡта ул тумбочка өҫтөндә ятҡан телефонды алған да, уның онлайн иҫәбенән үҙенә аҡса күсергән. Матди ауырлыҡтар кисереүем енәйәткә этәрҙе, тип аңлатҡан ир бөтә аҡсаны тотоноп бөткән.
Урлашыу факты буйынса РФ Енәйәт кодексының 158-се статьяһының 3-сө өлөшө буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылыуы хаҡында Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Фото: https://vk.com/mvdporespublikebashkortostan?z=photo-212351849_457248210%2F861e287987f0b3c7e6