Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
30 Декабрь 2025, 19:15

Картуф бешерелмәй ҡалған

Сөнки бәрәңге әрсеп торған ҡатын көйөп китеп, граждан иренә бысаҡ менән сәнскән һәм башланған мәхшәр - тамаҡ ҡайғыһымы? 

Картуф бешерелмәй ҡалған
Картуф бешерелмәй ҡалған

Хәйер, Ирәмәл тауына яҡын ауылда - Учалы районы Кирәбелә мәхшәр алдараҡ башланған.

РФ ЭЭМ Учалы районы буйынса бүлегенең дежур часына кискеһен 112 номерынан шылтыратып, Кирәбе ауылынан 1962 йылғы ҡатындың 63 йәшлек граждан ирен бысаҡ менән яралауы тураһында хәбәр итәләр.

Ваҡиға урынына юлланған полиция хеҙмәткәрҙәре быға тиклем ошондай уҡ енәйәт өсөн хөкөм ителгән ҡатынды ҡулға ала.

Полиция хеҙмәткәрҙәренә ҡатын бергә йәшәгән ир менән спиртлы эсемлектәр эсеүен, үҙ-ара талашыуҙарын, картуф таҙартып торған сағында ирҙең уны мыҫҡыл итеүен һөйләй. Хужабикә ике уйлап тормаған - ирҙең эсенә бысаҡ менән сәнскән һәм хәлдең хәүефлелеген аңлып, шунда уҡ ашығыс хеҙмәттәрҙең берҙәм номерына шылтыратҡан.

Зыян күреүсе ашығыс рәүештә дауаханаға оҙатылған.

Учалы тәфтишселәре тарафынан ҡатынға ҡарата РФ Енәйәт кодексының 111-се статьяһының 2-се өлөшөнөң "з" пункты буйынса енәйәт эше ҡуҙғатыла, тип яҙа Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Фото: https://vk.com/mvdporespublikebashkortostan

 

 

Автор: Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас