

Бөгөн кис Ломовка ауылы районында ярҙан айырылып ҡалған өс балыҡсыға ярҙам талап ителгән.
Иртәнсәк Ағиҙел йылғаһына балыҡ тоторға килгән улар. Балыҡ тотоу процесы менән мауығып, йылға ағымының боҙҙо йыуыуын аңғармағандар.
Йылға уртаһындағы боҙ утрауында тороп ҡалған балыҡсылар ярға үҙ аллы кире ҡайта алмаясаҡтарын аңлай һәм ашығыс хеҙмәттәргә мөрәжәғәт итә. Бәхеткә күрә, яҡында ғына БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары иҫкәртеү рейды үткәргән була һәм уларға ярҙамға килә. Ҡотҡарыу таҡтаһы ярҙамында ҡотҡарыусылар балыҡсыларҙы ярға эвакуациялай.
Хөрмәтле республика халҡы һәм ҡунаҡтары! Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ҡышҡы балыҡ тотоу ваҡытында бик һаҡ булығыҙ һәм тикшерелмәгән урындарҙа боҙға сыҡмағыҙ. Ғәҙәттән тыш хәл килеп тыуған осраҡта 112-се номерға шылтыратығыҙ!
Фото: https://web.telegram.org/a/#-1001799078240