Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
30 Декабрь 2025, 22:04

Боҙ кисеүе асылды!

Ҡариҙел районында (Бөрө-Таҙтүбә-Һатҡы автомобиль юлы, Абыҙ һәм Ҡариҙел ауылдары араһында) Ҡариҙел йылғаһында боҙ кисеүе асылған.

Боҙ кисеүе асылды!
Боҙ кисеүе асылды!

Хәрәкәт өсөн бер һыҙат ҡаралған, уның киңлеге 50 м. Кисеү оҙонлоғо 280 м. Йөк күтәреүсәнлеге 3 тонна.

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы иҫкәртә:

- боҙ аша сыҡҡанда хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ;

- билдәләнгән йөк ауырлығын арттырырға ярамай;

- яй ғына хәрәкәт итегеҙ; юл уртаһында туҡтамағыҙ; уҙышмағыҙ; боҙҙа боролмағыҙ;

- боҙға инер алдынан хәүефһеҙлек ҡайыштарын ысҡындырығыҙ, балаларҙы ҡулға алығыҙ;

- автомобиль ишектәренең йоҙаҡтарын һәм мөмкин булғанса тәҙрәләрҙе асығыҙ.

Былтыр был кисеү 20 декабрҙә асылғайны. Быйыл боҙ бөгөн генә кәрәкле ҡалынлыҡҡа еткән.

Фото: https://web.max.ru/-69197923551776

 

Боҙ кисеүе асылды!
Боҙ кисеүе асылды!
Автор: Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас