Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
30 Декабрь 2025, 18:00

Беҙҙең батырҙар

Башҡортостандың махсус хәрби операция биләмәһендәге Салауат Юлаев исемендәге батальоны яугирҙары алғы һыҙыҡта дәүләт наградалары алды.

Беҙҙең батырҙар
Беҙҙең батырҙар
Социаль селтәрҙә хәбәр итеүҙәренсә, беҙҙең батыр ир-егеттәр - "Анис" менән "Топаз" позывнойлы яугирҙар "Ҡыйыулыҡ өсөн" миҙалына лайыҡ булған.
Уларға был награданы Харьков йүнәлешендә Рәсәй Геройы, Росгвардияның 116-сы махсус тәғәйенләнештәге "ҡорос" бригада командиры Руслан Ғарифуллин тапшырған.
Афарин, егеттәр! Иҫән-һау әйләнеп ҡайтығыҙ!
Фото: «Башкирский батальон» / telegram-канал

 

Автор: Алһыу Ишемғолова
Читайте нас