Яңылыҡтар таҫмаһы
29 Декабрь 2025, 13:00

Водителдәр иғтибарына

Баш автоинспектор Владимир Севастьянов водителдәргә ҡағылышлы мөһим яңылыҡ менән бүлеште.  

Водителдәр иғтибарынаВодителдәр иғтибарына
Водителдәр иғтибарына

- Хөрмәтле республика халҡы һәм ҡунаҡтары! Яңы йыл байрамдары уңайынан Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының Дәүләт автоинспекцияһы бүлексәләрендә 2025 йылдың 31 декабрендә, 2026 йылдың 1, 2, 4, 5, 6, 7, 8 ғинуарында дәүләт хеҙмәттәре күрһәтеү буйынса граждандарҙы ҡабул итеү башҡарылмай, - тиелә рәсми хәбәрҙә. -  2026 йылдың 3, 9 һәм 10 ғинуарында граждандарҙы ҡабул итеү билдәләнгән график буйынса тормошҡа ашырыла: сәғәт иртәнге һигеҙҙән көндөҙгө сәғәт дүрткә тиклем (08.00-16.00 сәғ.) тәнәфесһеҙ.
Был көндәрҙә Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре түбәндәге дәүләт хеҙмәттәрен күрһәтәсәк: транспорт сараларын теркәү һәм водитель танытмаларын алмаштырыу (транспорт саралары менән идара итеү хоҡуғына квалификация имтихандарын ҡабул итеү булмаясаҡ).

Ваҡытығыҙҙы дөрөҫ бүлегеҙ һәм Дәүләт автоинспекцияһына эш графигы буйынса килеүегеҙҙе планлаштырығыҙ. 2026 йылдың 13 ғинуарынан граждандар ҡабул итеү штат режимында башҡарыла.

Фото: https://web.telegram.org/a/#-1001716757225

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас