Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
29 Декабрь 2025, 17:30

"Рено Меган"дан ҡолаҡ ҡаҡты

Иҫерек килеш машина йөрөткән өсөн суд ирҙең сит ил автомобилен конфискациялаған.

"Рено Меган"дан ҡолаҡ ҡаҡты
"Рено Меган"дан ҡолаҡ ҡаҡты

Судта билдәләүҙәренсә, 2025 йылдың авгусында 39 йәшлек ир иҫерек килеш "Рено Меган" маркалы автомобиль менән идара иткән. Өфөлә Академик Королев урамында уны юл-патруль хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре туҡтата. Тикшереү барышында водителгә медицина тикшереүе үтергә тәҡдим итәләр, әммә ир баш тарта.

Хөкөм ителеүсе енәйәт ҡылыуҙа ғәйепле булыуын таный. Суд уға 250 сәғәт мәжбүри эш төрөндә яза тәғәйенләй һәм 2 йыл 6 айға транспорт саралары менән идара итеүгә бәйле эшмәкәрлек менән шөғөлләнеү хоҡуғынан мәхрүм итә. Автомобиль дәүләт милкенә конфискацияланған. Был турала БР Прокуратураһы хәбәр итә.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор: Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас